

Әллә ниндәй мода артынан ҡыуабыҙ – аңламаҫһың. Элеккесә ҡара күлдәк тә аҡ яға, күк ыштан да аҡ өҫ ҡалһа ни булған икән? Юҡ инде, Англияның, Францияның форма өлгөләрен кейеү өсөн тырышабыҙ. Һәм, әлбиттә, хаҡтары ла шуларский.
Быйыл тағы ла өсөһөнөң дә аяҡ кейемдәрен яңыртыр кәрәк икән. Аҡылдары үҫмәһә лә аяҡтары үҫә шул балаларҙың. Беҙҙең эш хаҡы ла шулай шәп үҫһә икән дә...
Дәфтәр-ручкалар йыйып алыу үҙе бер туй кимәленә төшә. Хәҙерге дәфтәрҙәр улар астың да яҙҙың түгел. Уларҙа мәсьәлә лә, шунда уҡ мәсьәләнең яуаптары ла бар. Тик ул яуаптарҙы минең әлегә бер тапҡыр ҙа дөрөҫ таба алғаным юҡ. Хатта беренсе кластыҡын да.
Бына минең эшкә йөрөү өсөн бер костюмым да, ике салбарым бар, шуларҙы инде ун йыл кейәм. Ә мәктәпкә барған балаға ике пар форма, спорт кейеме, өҫтәлмә дәрестәр өсөн еңел костюм, тышта йөрөүгә йылыһы, ике пар аяҡ кейеме, спорт залға бер пар, урамға бер пар кәрәк. Былары хәтерҙә булғандары ғына әле. Һанай китһәң, баланы өйҙә уҡытыу күпкә осһоҙға төшә һымаҡ. Элекке байҙарса, ә ниңә? Уҡытыусы ялланың да, балаңа бер күлдәк тә бер ыштан. Тик бында ла бер әтнәкәһе, уҡытыусыға түләргә кәрәк. Ә бөгөн улар ҙа осһоҙ тауар түгел. Шуға бында иң уңайлы вариант – уҡымау. Барыбер нимәгәлер өйрәнә бит инде улар был тормошта. Мәҫәлән, йәйҙәрен ауылда өләсәйҙә әллә күпме нәмәләргә өйрәнеп киләләр. Тимәк...
– Атаһы? Ниндәй уйға баттың? Әйҙә, ашығайыҡ, бөгөн мәктәп баҙары...
– Их...йәй үтә...
МЫЖЫҠБАЙ.