

Бер көндө, күршеһе Бибисара менән һөйләшеп торғай-нылар, шунда Сәрбиямал:
— Эй, тауыҡтарым өҙлөкһөҙ һала, йомортҡам күбәйеп китте, һыуытҡысымдың аҫҡы ҡумтаһы тулды, кәштәләренә ҡатырға ҡумталар ҡуйҙым да шунда тултыра башланым. Йә балалар һирәк ҡайта, уларға биреп ебәрә торғайным, — тип ысҡындырғайны, күршеһе Бибисара:
— Әйҙә минең менән баҙарға, унда йомортҡа шәп үтә, ярты сәғәттә һатып та бөтөрәһең, — тип, үҙе менән ҡала баҙарына барырға әйҙәне. Сәрбиямал ҡарсыҡ:
— Кит! Ғөмөрҙә ҡыланмағанымды, йә берәр таныш осорар, ғәрлеге ни тора! Юҡ-юҡ йөрөмәйем, — тип ҡырт киҫте. Бибисара:
— Һине, ҡала баҙарында, чуртым да танымаҫ. Әллә һинең кеүектәр аҙ һатыу итәме баҙарҙа? Ана! Мәрйәләрҙе ҡара,көнө-төнө баҙар юлын тапайҙар. Һинең ише генә түгел, һикһәнде үтеп туҡһанға етеп килгәндәре, ойоҡ бейәләй һатып ултыра. Беҙҙең башҡорт ғүмер баҡый шул инде, Алланан ҡурҡа, тегеләй ярамай, былай ярамай, кешенән оят, фәлән-төгән фәсмәтән... — тип ярһыны ла китте, һис туҡтатып алырмын тимә. Үҙе аҙна һайын баҙар тип саба,кәстрүлләп ҡаймағын, йомғаҡлап майын, эремсеген — нимә генә һат-май, үткен инде, белмәгәне юҡ.
— Әлләсе,— тигән булды Сәрбиямал, күршеһе һөйләүҙән туҡтап тыналған арала. — Барһам, барырмын, бер ҡыҙыҡ булһын... Иртәгеһенә уларҙың ауылы аша үткән иң беренсе газель автобусына ултырып ҡалаға килеп тә төштөләр. Күршеһе Бибисара:
— Һин баҙар эсенә инеп торма, йомортҡа-фәләнде тыш яҡлап ҡапҡа төбөндә һаталар. Бына ошонда тор! Мин, анау ҙур ангарҙың эсендә булам, һатып бөткәс эргәмә килерһең, — тип, төшөндөрҙө лә, Сәрбиямал тирә-йүнгә күҙ ташлағансы, юҡ та булды. Сәрбиямал ҡарсыҡ күнәген ергә ҡуйып, ҡаплаған яулығын сисеп, башын күтәреп ҡарауы булды, эргәһендә ыҫпай кейенгән, йәш кенә ир һәм ҡатын пәйҙә булдылар. Ир кешенең ҡултыҡ аҫтында ҡалын ғына папкаһы бар. Ул ашыҡмай ғына папкаһын асты ла:
— Тәк! Йомортҡа һатабыҙ инде, шулаймы? — тип берсә күнәктәге йомортҡаларға, берсә Сәрбиямал ҡарсыҡҡа ҡарап һүҙ ҡушты.
— Әллә килгән булдым инде. Һеҙгә нисә йомортҡа кәрәк, хәҙер һалып бирәм. Үҙегеҙ һайлап алһағыҙ ҙа була, — тигән булды.
— Беҙ, бабуся, беребеҙ санэпидемстанциянан, икенсебеҙ, һалым инспекцияһынан. Ҡайһы ауыл хәкимиәте биләмәһенән, ҡайһы ауылдан килдегеҙ. Исем, фамилияғыҙ, атайығыҙҙың исеме кем? Паспортығыҙ бармы? — тип һорауҙар яуҙыра башланы. Сәрбиямал ҡарсыҡтың арҡаһынан әллә ниндәй ҡурҡыныс бөжәктәр йүгереп үткән кеүек булды.
— Уй! Паспортымды алманым. Күршем Бибисара, баҙарҙа паспорт һорайҙар, тип әйтмәне шул, — тигән булды тауышы ҡалтыранып.
— Тәк! — тип һуҙҙы ҡаршыһындағы әҙәм. Ауыл биләмәһе хәкимиәтенән справкаң бармы? Үҙ йортоңда тауыҡ аҫырауыңды раҫлаусы ҡағыҙ,йәғни, был йомортҡалар һинең хужалыҡтанмы?
—Ауылығыҙың ветеринары бармы? Тауыҡтарығыҙға прививка яһаттығыҙмы? Сәрбиямал ҡарсыҡтың зиһене бөтөнләйгә буталды. Ул ошо минута бер кемде лә ишетмәҫ тә,күрмәҫ тә кешегә әйләнгәйне. Уның күҙ алдына, йорт ҡураһы алдында ем сүпләп йөрөгән тауыҡтарынан башҡа бер нәмә лә юҡ кеүек ине. Ҡапыл иҫенә килгәндәй:
— Ул тауыҡтың ҡайһы еренә генә энә ҡаҙайһың да, прививка яһайһың, ике ҡанат та, ике бот бит тауыҡта, — тип күҙҙәрен селт- селт йомоп, аптырап инспекторға ҡараны.
– Мин ветеринар түгел, ә бында барыһы ла яҙылған, инструкция, — тип папкаһына һуғып күрһәтте.
— Тәк! Урынға, талонығыҙ бармы? Юҡ бит инде. Ну, ярар. Талон беҙҙең инструкцияға кермәй, йомортҡаларығыҙға анализ яһатырға кәрәк. Теге мөйөштә ветлаборатория бар, шунда йомортҡаларыңды алып барып тикшерт. Ә, был мин яҙып биргән ҡағыҙың төп нөсхәһе ауыл хәкимиәтенә бара, ә копияһы һеҙгә. Бына ошонда ҡул тамғағыҙҙы ҡуйығыҙ, — тип аптырауҙан ни әйтергә белмәгән Сәрбиямал ҡарсыҡтың ҡулына ручка тотторҙо.
Баҙарға барып һатыу итеп йөрөүенең беренсе һәм һуңғыһы булды Сәрбимал ҡарсыҡтың. Инде тауыҡтарының һалғаны ояһынан ергә ҡойолоп ятһын. Һатҡан, ана, Бибисара күршеһе һатһын.
Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВ.