

Һөйләшәләр
– Һыйыр, аяҡҡа баҫтың бит, күҙең сыҡҡанмы ни!
– Маймыл шул тиклем, ҡылансыҡ булырһың икән!
– Кәзә, ниңә кеше кейемендә соҡсонаһың?
– Үгеҙ, шул тиклем күҙеңде таҫырайтмаһаң!
– Айыу, кеше туҡмарға тиһәң, һине ҡуш!
– Сусҡа, бысранып бөткәнһең дә баһа!
– Быҙау һымаҡ торма әле, асыуҙы килтереп!
Был һөйләшеү зоопаркта ла, фермала ла түгел, мәктәп коридорында бара. Беҙҙең синыф уҡыусылары тәнәфескә сыҡҡан бит!
Инша яҙҙым ултырып
*Маршал Жуков ҡыйыу кеше булған. Ул һәр ваҡыт һалдаттарҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға әҙер торған.
*Онегин Байронды яратҡан, шуға уны стенаһына аҫып ҡуйған.
*Наташа нимәлер әйтергә теләгәйне, ҡапыл асылып киткән ишек уның ауыҙын япты.
*Герасим дүртәү өсөн ашап, яңғыҙы эшләгән.
*Кактус бесәйгә барып төштө һәм ауыртыныуҙан ҡысҡырып ебәрҙе.
*Беҙ ағайым менән ҡулға-ҡул тотоношоп, төрлө яҡҡа атланыҡ.
Мәктәпсә һүҙлек
*Көндәлек – ялыуҙар һәм тәҡдимдәр кенәгәһе
*Контроль эш – йөҙ һум аҡсаң булғансы йөҙ дуҫың булһын.
*Һуңғы парта – ял йорто
*Каникулдар – яратам һине, тормош.
Унан, бынан, тегенән
*Химик элементтар таблицаһы башта Лермонтовтың төшөнә ингән, тик ул бер нәмә лә аңламаған.
*Туп директор кабинетына табан оса ғына ине әле, ә балалар йәшенмәк уйнай ҙа башланы.
*Баш ауыртмай, әммә ныҡ мешать итә.
*Аҡ аттағы принцты күреү хыялына ярлы студент менән осрашыу аяҡ салды.
*Беҙҙең халыҡты аңламаҫһың: ил етәкселәре шул тиклем күп нәмә вәғәҙә итә, ә уға һаман етмәй.
*Урманға балтаһыҙ, балыҡҡа ҡармаҡһыҙ, ата-әсәләр йыйылышына аҡсаһыҙ барма.
*“Йәйҙе нисек үткәрҙем” темаһына яҙылған иншаларҙы тикшереп бөткәс, уҡытыусыбыҙ туристик компанияға кәңәшсе булып урынлашты.
Һынамыштар
Кисен “Бәйләнештә” йәки “Тик-ток”та оҙаҡ йылмайып ултырһаң, иртәгәһенә дәрестә аңшайып ултыраһың.
Директорҙы тиҙ генә күрәйем, тиһәң, мәктәп коридоры буйлап йән-фарман йүгереү ҙә етә.
Морат ӘМИНБАЕВ.