-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
14 Сентябрь , 16:00

Сәйләнеләр...

Сихырсы Сәкинәне салпа Сәмиға сәйгә саҡырҙы.Салатлап, сәк-сәкләп, сынаяҡтарҙы сылтырата- сылтырата сөкөрләшеп, сәй сөбөрләттеләр. Серҙәштәр сәйләгән саҡта сәңгелдәктәге сабый сыйылданы, соланда себештәр сипылдашты, сауҡала сәпсектәр, сәүкәләр сирҡылдашты.

Сәйләнеләр...
Сәйләнеләр...

Сәмиға сабыйын сөпөлдәтеп, сөкөлдәне лә, Сәкинәгә серен систе:
– Сәғитем сәмәйҙе сәйҙәй сөбөрләтеп, сырхауланды, сәмәйҙән сәсәп сәсрәр. Сихырлатһам, сихәтләнер.
Сәйер Сәлихйән самосвалынан Сәкинәне сырамытты ла, Сәмиғаларҙа сәйләргә самаланы.
Сәмиға Сәлихйәнде соланға сығып сәләмләне лә, сиҡанлы сикәһенән сикәнеп сайҡалды, сиҡылданы, сәйләргә саҡырманы.
Сәғитйән сабырһыҙланып, Сәмиғаның сулаҡ Сәғитйәнен сабынлыҡҡа саҡырыуын сөңкөлдәне. Сәмиға сирылып сырылданы:
– Сирләшкә Сәғитйәнең Сирышҡыға сәмәйгә сапты. Суҡынғыр, сәпсим саманан сыҡты.
Сәлихйән сыҡты, самосвалында соҡондо-соҡондо ла, сарсағас, сәсеүлектәге сөгөлдөрсөләрҙә стәкәнләп сәй сөбөрләтә-сөбөрләтә, Сәмиғаның серен систе:
– Салпа Сәмиға сихырсы Сәкинәне Сәғитйәнен сихырлатырға саҡырған.
Сөгөлдөрсөләр сыр-сыулаштылар, сирле, сулаҡ Сәғитйәнде сихырлатмаҫҡа, судлашырға саҡырҙылар.
Сәғитйән Сирышҡынан сығыуға, сос Сәрбиямал сәрелдәп, уға Сәмиғаһының серен сурытты. Сәғитйән сығырынан сыҡты, суҡынмыш Сәмиғаһын сыбыртҡыларға самаланы.
Сәйхурҙар сәйләгәндәр.Сихырсы Сәкинә соланда сөкөрләй. Сәмиға сыйылдаған сабыйын сәпәкләп сөкөлдәтә.
Сыпранлаҡ Сәғитйәндең сикәһе сығыу сыҡҡандай сыбарланған.Сыбыртҡыһы сыуалғас, Сәлихйән Сәмиғаһын сыбыҡлап сырылдатты. Сихырсы Сәкинә сәрелдәй-сәрелдәй, Сәғитйәндән ситләшеп, сыуалға сигенде.
Сыҙам Сәмиға ла сабырһыҙланды, сыпраңлап, сәйнүкте сылтыратты, сосайып, Сәғитйәндең сәкмәненән сәмәйен сығарып сайпылтты, сыбарланған сикәһенә сапты.
Сәғитйән соролданы, сарбайланды, сумкаһынан сәкүшкәләге сәмәйен субырлатты ла, сайылдай-сайылдай сәсеүлеккә, сөгөлдөрсөләргә сығып сапты.

Рәсимә СӘЙЕТҒӘЛИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в