-33 °С
Ясна
75 лет Победы
“ҺӘНӘК”кә яҙыл һәм бүләкле бул!
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
15 Сентябрь 2022, 10:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Донъяла Европа илдәрендә 500 йыл күрелмәгән ҡоролоҡ, тип хафалана белгестәр. Тап шуға күрә быйылғы иген, йәшелсә-емеш уңышы ла самалы икән. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар былтыр уҡ байтаҡҡа артҡайны, быйыл да ошо хәл дауам итә. Бындай хәлдә сәйәсмәндәр ниндәй кәңәш бирә һуң?

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Еврокомиссия етәкселәренең береһе Маргрет Вестагер әйтеүенсә, әлеге мәлдә газды һәм электрҙы һирәгерәк ҡулланыу, онотҡанда бер ҡырыныу, оҙаҡ йыуынмай йөрөү, өйҙәгеләр душта оҙаҡлаһа, уларҙы йәһәтерәк ҡыуып сығарыу, ҡышын иһә йорттарҙы артыҡ йылытмай кейенеп йоҡлау, ике ҡат носки кейеү Путинға “лайыҡлы яуап” буласаҡ икән. Газды ла Рәсәйҙән һатып алалар шул, уныһы ла ҡыйбатлана бара. Тик бына Европа яҡтарынан ел иҫкән һайын алама еҫ килә бит әле, үҙҙәре нисек түҙә икән?

Рәсәйҙә

Башҡортостанды икенсе йорто иткән америкалы Джефф Монсон әйтеүенсә, АҠШ-та бөтәһен дә аҡса ғына ҡыҙыҡһындыра, Рәсәйҙә иһә улай түгел. Яңылышаһың, Монсон әфәнде, беҙҙә лә хәҙер шулай. 2006 йылда Урман кодексын ҡабул иткәс, лесниктарҙы ҡыҫҡарттылар, планетаның йәшел ҡалҡанын һаҡлаусы 100 мең кешенән 20 меңе генә тороп ҡалды, улары ла күберәк ҡағыҙҙар менән эшләргә тейеш ине, йәнәһе лә, тәртип булдырабыҙ, аҡсаны янда ҡалдырабыҙ. Ябай кешегә урманға юл ябылды. Тик оҙаҡламай урмандарыбыҙ миллиондарса гектарҙа яна башланы. Август айында Рязань өлкәһенән килгән төтөн еҫе мәскәүҙәрҙе хәтәр бимазалаған. Шул төтөн депутаттарҙы һиҫкәндереп ебәрһә икән дә. Урмандарҙағы хужаһыҙлыҡҡа кәртә ҡуйырға ваҡыт етмәнеме икән?

Башҡортостанда

Республикала иген мул булды быйыл. Ваҡытында ямғырҙары яуып торҙо, игенселәр ҙә үҫтерелгәнде әрәм-шәрәм итмәй йыйып алырға ныҡ көс һалды. Тик шуныһы: күп кенә фермерҙар һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре ҡайҙа игенде киптереп алырға, эшкәртергә, һаҡларға, тип баш вата. Элеваторҙар күптән йылғыр эшҡыуарҙар ҡулына күсеп бөткән, улар иһә үҙ хеҙмәттәре өсөн ҡутара аҡса һорай. Әлеге көндә күп игенселәр боронғо мәҡәлде хәтерҙәренә төшөрә икән. Ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған шул. Ә ябай халыҡ, иген мул булғас, икмәккә, макарон-фәләнгә хаҡтар төшмәҫме, тип өмөтләнә. Тик беҙҙең эшҡыуарҙар хаҡты төшөрөргә мөмкин булыуы тураһында беләме икән?

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в