

Бер заман ҡартәсәһенең ҡысҡырып көлгәненә бөтәһе лә аптырап ҡала: Азамат көнбағыштарҙы өҫтәлгә теҙеп һалған, һәр береһенә сиртә лә, ауыҙына ҡаба, шунан тағы ла көнбағышҡа сиртә лә, ашай ине!
Башҡорт шампуны
Айҙар ваҡ-төйәк алырға магазинға йыйына. Оло йәштәге әсәһе:
– Улым, башҡортса яҙылған шампунь ал әле! – тип, йомош ҡуша.
– Ундай шампунь юҡ ул! Әйҙә, улайһа бергә барайыҡ, үҙең күрһәт ул шампунды! – ти икән.
Магазинға барып ингәс тә инәйебеҙ:
– Бына бит бар: башҡортса “Ға” тип яҙылған! – тип, инглиз телендә яҙылған “Ға” тигән шампунгә төртөп күрһәтеп, бик ҡәнәғәт йылмая.
Ҡабырғаһы ла бар!
Бөтә уҡыусыларҙы ла дистанцион уҡытыуға күсергән ваҡытта булды был хәл. 4 класта дистанцион формала математика дәресе бара, уҡытыусы тырышып-тырышып тема аңлата. Тик бәйләнеш насар, өҙөлә лә ҡуя, уҡытыусының аңлатыуы өҙөп-йыртып ишетелә, йүнләп бер нимә лә аңлашылмай. Бына дәрес бөттө, ҡыҙым күҙҙәре шарҙай булып бүлмәнән килеп сыҡты. Мин аптырап:
– Нимә үттегеҙ? Нимә аңланың, белдең? – тип һораған булдым.
– Ниндәйҙер лепид тураһында һөйләне, уның хатта ҡабырғаһы ла бар, тей, беҙҙең уҡытыусы! – тип әйтеп һалмаһынмы ҡыҙым.
Мин бер нимә аңламай дәреслекте асып ҡараным. Баҡһаң, параллелепипедтең күләмен иҫәпләргә өйрәнгәндәр, ҡабырға тигәне “ребра”, йәиһә параллелепипедтең киңлеге, бейеклеге булған икән!
Айһылыу СИРБАЕВА.