– Телем ҡанаааай! Телемде бәйләгееееҙ! – тип, өйгә ҡысҡырып килеп ингән Ҡадирға, ни тип әйтергә белмәй аптырап ҡала өйҙәгеләр.
“Алла бирһә” килдеме ни?
Ағайым бассейн төҙөргә була. Биш йәшлек ҡыҙы түҙемһеҙләнеп көтә, көн дә тиерлек һорай икән:
– Атай, ҡасан бассейн әҙер була?
– Алла бирһә, ҡыҙым, әҙер булыр! Алла бирһә, булыр! – тип йыуата уны ағайым.
Бына төҙөлөш эштәре бөтөп, бассейн да әҙер була.
– Ҡыҙым, бассейн әҙер! Әйҙә, һыу инергә! – тигән ағайым шатланып.
– Алла бирһә килдеме ни? – ти икән ҡыҙы аптырап.
Кокре менән Оло билмән
Табынға ҡунаҡтар йыйыла. Хужабикә өҫтәлгә кәкре (эремсек менән) ҡуя. Бер ҡунаҡ кәкрегә үрелгән арала:
– Кәкре русса нисек була ул?- тип һорап ҡуя.
– Кокре! – тип яуап бирә эргәһендә ултырған ҡунаҡ ағай. Икенсеһе лә унан ҡалышмай:
– Оло билмән! – тип әйтеп ҡуя.
Шул табындан һуң бер ҡунаҡ “Кокре”, икенсеһе “Оло билмән” тигән ҡушамат ала ла инде.
Айһылыу СИРБАЕВА.