+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
25 Сентябрь 2022, 12:00

Бәхетемде эҙләйем!

Шулай тип яуап бирә ҡыҙыҡһыныусыларға Дәүләтбай ағай. Һәм ысынлап та эҙләй. Бер ҡаланы, бер ауылды, бер сайтты ҡалдырмай барыһын да һөҙөп сыға. Таба ла һымаҡ бит ул. Таба ла үлтереп маҡтай:

Бәхетемде эҙләйем!
Бәхетемде эҙләйем!

– Шундай сибәр ҡатын. Бына ҡашыҡҡа һал да йот инде. Ул буй, ул һын, ул кейенеүе! Һөйләшеүе! Минең бығаса ундай культурный ҡатынды күргәнем булманы. Все! Эҙләгәнемде таптым. Бынан бер аҙым да китмәйем.
Тапһа таба бит кеше, тип уйлайһың көнләшә биреп. Һинең бына һайлау хоҡуғың юҡ. Йәш саҡта, алйот саҡта кемгә барып ҡапҡанһың, шуға күнеп йәшәп тик ятаһың. Ә Дәүләтбайҙың бәхете ялтырап, саҡырып, ылыҡтырып ҡына тора.
Ай тирәһенән тағы ла ниндәйҙер сәбәп менән осрашабыҙ.
– Шунан, эштәр ал да гөлмө? – ҡыҙыҡһыныуҙы еңеп буламы ни, һорашам.
– Бара былай.
– Нисек “былай”? Ә теге шәп ҡатын?
– Э-эй... ташлаштыҡ.
– Их! Ныҡ оҡшағайны ла инде. Нимә булды?
– Ялтырауы тыштан ғына булып сыҡты бит. Өйөнә барып йәшәй башлағайным, әле бында ултырма, тегендә ятма, уныһын тотма һәм башҡалар. Ашатыуы ла рәтһеҙ, анау кинолағы Раиса Захаровна һымаҡ, тоҙо ла шәкәре лә ярамай. Ул да булдымы тормош? Табылыр әле, тинем, эҙләрмен бәхетемде.
– Табылыр, эйе, — тип кенә ҡуя алам.

lll

Бер көн баҙарға барһам, Дәүләтбай ағай ит һатып тора. Ғүмер буйы лафка артында сауҙа иткән тиәрһең, ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Мине күреп ифрат ҡыуанып китте:
– Сәләм-сәләм! Хәлдәр нисек? Арыу булғас ярар. Бына минеке супер әле! Бәхетемде таптым бит. Ауылдан. Фермер ҡатын. Һарыҡ көтә. Беҙ бит инде ауыл малайҙары, бөтөн эште беләбеҙ. Бына ял һайын һуйып алып килеп һатам. Ашау мул ауылда ни, иркенлек, сәхрә... Әйҙә ит ал.
Алдым итен дә, майын да, ҡортон да. Ысынлап бар ризыҡтары ла тәмле булды. Оҡшағас ни ашап та бөттөк. Дәүләтбайҙың барлығын белеп кенә сығайым әле тип, шылтыраттым.
– Ҡарале, ит кәрәк ине, — тием.
– Ит юҡ ул миндә. Теге ҡатындан киттем бит, — ти был еңел генә итеп.
– Әрәм иткәнһең, ите шәп ине. Үҙе лә нишауа тей инең дә...
– Ҡол булып йөрөп арыным. Иртәнсәк тороу менән урап сыҡҡыһыҙ эш списогы бирә. Әле бесән саптым, ташыным, көн дә һарыҡ көт, ем йүнлә, кәртә таҙала. Ялға һарыҡ һуй ҙа һатыуға алып сыҡ. Арып килеп ятыуың була, уныһы килеп һырына ишшыу. Күпме түҙергә була ундай эксплуатацияға? Булыр әле миңә яҙғаны.
– Булыр ул...

lll

Кисә поликлиникаға инеп барһам, берәү өндәшә:
– Сәләм, ҡустым, танымайһың да әллә?
Ҡараһам – Дәүләтбай.
– Ауырып киттегеҙме әллә? – тим.
– Юҡ та, ниндәй ауырыу? Ундайға ваҡыт юҡ. Бына еңгәңде көтөп ултырам, сығырға тейеш.
– Ә-әә...
– Бер ҡатын менән дуҫлашып йөрөйөм. Поликлиникала эшләй, медик. Во, тигәндәй! Бөтә яҡтан да килгән, тәмле бешерә, йорто таҙа, холҡо ыңғай. Бәхетемде таптым, ахыры.
– Бик шатмын, — тип кенә әйтә алдым. Сөнки Дәүләтбай ағайҙың бәхете йома һайын яңыра ла тора торған.

Сабит МИҘӘТҒАЛИН.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: