-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
1 Ноябрь , 14:35

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Донъяла Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы йәнә Астанаға әүерелде. 2019 йылда президент Токаев ошо исемде йөрөткән ҡаланы Нур Солтан итеп үҙгәртеү тәҡдиме менән сығыш яһағайны, депутаттар уны берҙәм хуплағайны.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Бик күп аҡса түгеп, яңы исемде урамдарҙағы яҙыуҙарҙан алып, рәсми документтарға тиклем индергәйнеләр. Хәҙер инде шул уҡ ил етәксеһе менән шул уҡ депутаттар икенсе фекергә килгән. Был ҡала заманында Аҡмола, Целиноград исемдәрен дә йөрөткән.
Тик бына Астана башҡортса бик матур яңғырамай бит әле. Ҡаҙаҡ дуҫтар был хаҡта белеп ҡалһа, баш ҡалаларына икенсе исем эҙләй башламаҫ тимә. Туҡ Ай, мәҫәлән, бик урынлы булыр кеүек, бөгөнгө етәксенең исем-шәрифенә лә ауаздаш. Әйткәндәй, Америка президенты Буш та үҙенең исеме башҡортса бик шәп яңғырамауын ишетеп, заманында бик ғәрләнгән тиҙәр.

Рәсәйҙә

“АвтоВАЗ” алдағы ике-өс йыл эсендә ике яңы модель автомашина сығара башларға йыйына, ә 2030 йылға етештереүҙе бер нисә тапҡырға арттырырға йыйына икән. Пландар шәп! Тик бына “Жигули”ҙы этеп йөрөп ялҡытты бит әле, шәп машина эшләйбеҙ, тип вәғәҙә биреүҙәренә бер илле йыл була түгелме һуң?
“Һәнәк“тән йомаҡ: ни өсөн “Жигули” хужалары көндөҙ бер-береһе менән осрашҡанда иҫәнләшмәй? Яуап: улар иртән автосервиста иҫәнләшкәндәр бит инде!

Башҡортостанда

Республика башлығы Радий Хәбировтан алып министрҙар, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары Шишмә районында “Геройҙар бәйгеһендә” ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең түрәләр эшкә генә түгел, төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтеүгә, бейеклектән һикереүгә, төрлө физик күнекмәләр яһарға ла маһирҙар икән. Ышаныслы сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, ҡайһы бер башлыҡтар ҡыҫҡа аралыҡҡа йүгереүҙә хатта шәхси рекорд ҡуйған булып сыҡты. Бының өсөн физик әҙерлектән бигерәк Радий Фәрит улына рәхмәт. Ғәжәп: уның хәстәрлекле һәм талапсан ҡарашы аҫтында министрҙар һәм башлыҡтарҙың йүгереү тиҙлеге ике-өс тапҡырға арта икән!

 

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в