-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
4 Ноябрь , 11:10

Һайланыу

Тышта - әбейҙәр сыуағы. Йәйҙе иҫләп, йылы көндәрҙе тойоп ҡалығыҙ, тигәндәй тәбиғәт. Төҙөк кенә йорт алдындағы эскәмйәлә ике ир ултыра. Йөҙҙәре уйсан, көсөргәнешле һөйләшеүҙән биттәренә алһыулыҡ йүгергән.

Һайланыу
Һайланыу

– Яңғыҙ йәшәүҙәре еңел түгел, - тип һуҙа тулы кәүҙәле төпөшө. – 30 сутый баҡса, һыйыр, быҙау, 15 һарыҡ – шул тиклем донъя миңә нәмәгә кәрәк булған?
– Һарыҡтарыңды кәметкәйнең түгелме һуң, ҡорҙаш? – тип һорай ҡолғалай оҙон, үҙе үтә ҡаҡса ир.
– Һуң, ҡарап тороуға аҡыллы ғына күренәһең, күҙлегең дә бар, ә үҙең бушты һөйләйһең. Һарыҡты кәметеп була тиме? Йылына икешәрҙе бәрәсләп торалар бит, һуйып өлгөрөп булмай.
– Ярар, ҡыҙма, былай ғына әйтеүем. Ә Тәзкирә килен нишләп ҡайтып китте һуң, арыу ғына йәшәгән кеүек инегеҙ бит?
– Үҙем дә аптырайым. Ике ай арыу ғына йәшәп ҡалдыҡ. Белмәйем, нәмә етмәгәндер. Өй тулы донъя, кәртә тулы мал. Өйҙән сығып киткәндә, бар нәмәне йоҙаҡлап тотаһың, грамлап бүлгән ярмаларыңды үҙең бешер, астан үләһе башым юҡ, тиеүе биткә төкөргәндәй булды. Һуң, бикләп тотаһың инде әйберҙе донъя көткәс.
– Ә күрше ауыл Тәслимә нишләп торламаны, үтә алсаҡ, төҫкә-башҡа арыу ғына күренә ине түгелме һуң?
– Теле бигерәк әсе ине. Үҙем ишеттем бер әхирәтенә мине нәмә тип һөйләгәнен. Был әҙәмдең ҡолағына ишеткес, ауыҙына – тештәр, артына - глушитель, алдына выпрямитель ҡуйһаң, һаранлығын, ваҡайлығын күрмәһәң, тракторҙай хырылдауын ишетмәһәң йәшәргә була, ти - күҙ алдыңа килтерәһеңме?
– Түбән ос Мәфтухаға ҡармаҡ һалып йөрөй инең түгелме?
– Бала-сағаһы бигерәк күп, үҙем отбой бирҙем. Һуң, ҡаймаҡты уңлы-һуллы тарата башлаһа, һәр береһенә күстәнәс йүнләһә, астан үләһеңме? Бала-сағаһы өйҙән сыҡмай шаярһа, үҙең урамға сығып олорҙай булырһың. Ә юғары яҡтан Шәмсиә аҡса яратты. Берәү төндә ирен уята икән – шул тиклем әҙ аҡса табып, нисек шулай тыныс ҡына йоҡлай алаһың ти – был да тап шундай. Ай һайын тун һорай – мин Абрамович түгелдәһә!
– Бәй, шул тиклем тунды нишләтә икән?
– Белмәйем, алып биргәнем булманы! Эй, ҡорҙаш, йүнле ҡатын-ҡыҙ табылмай, өйләнер ҙә ҡуйыр инем! Әллә, мәйтәм, анау ҡаланан күсеп ҡайтҡан Гөлмәрйәмдең ҡылын тартып ҡарарғамы?
Көҙгө ҡояш офоҡ артына инеп йәшенде. Әммә алтмыш биш йәшлек ике ҡарт кәләш һайлап эскәмйәлә ултыра бирҙе.

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в