+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
5 Ноябрь 2022, 13:00

Нисәгә тиклем һанай беләһең?

Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ математика фәнен ныҡлап өйрәнергә теләнем. Әммә ҡаты ерҙә иген шытмаҫ, ҡаҡһыған башҡа белем йоҡмаҫ тиҙәр бит. Тыуғанда уҡ ҡаҡһып тыуғанмын, күрәһең. Уҡытыусы апай:

Нисәгә тиклем һанай беләһең?
Нисәгә тиклем һанай беләһең?

– Балалар! Тауыҡ һыңар тәпәйендә баҫып торғанда бер кило ауырлыҡта, ике тәпәйенә баҫһа, нисә кило була? – тигән һорауын тамамлап та өлгөрмәй, башҡалар уйлаған арала, яуап та ҡайтарам:
– Теп-теүәл ике кило була, апай.
– Дөрөҫ түгел. Тауыҡтың ауырлығы, һыңар аяҡта торһа ла, ике аяғына баҫһа ла, бер үлсәмдә була. Тимәк, бер килограмм, – тип төҙәтә уҡытыусы.
Уҡытыусы апайыбыҙ үҙе лә йәп-йәш, сибәр, ҡыҙарып бешкән алма шикелле генә. Көндөҙ беҙҙе уҡыта, кис етеү менән һыу буйына төшөп, әрменән ҡайтҡан Ғилметдин ағайға белем һабаҡтарын бирә. Ул уға ҡушыу ғәмәлен төшөндөрә буғай. Ғилметдин ағайға ла математика ауыр бирелә, күрәһең. Йылға буйындағы оло ялпаҡ таштың иңен-буйын тултырып “Әлиә+Ғилметдин=мөхәббәт” тип, бәке менән уйып яҙып бөткән. Балыҡ ҡармаҡлағанда үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Бер кешене бер кешегә ҡушһаң шулай буламы икән ни?
Төндә лә уҡытҡас ни, уҡытыусы апайҙың бик тә йоҡоһо килә. Ултырғысында ойоп китеп, башын өҫтәлгә һалып, серем итеп алғылай. Әммә оҙаҡҡа түгел. Беҙ парта араһынан осорған ҡағыҙ осҡостарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре апайҙың башына ла ҡунғылай.
Уянып китеп, әле бына мине баҫтырҙы:
– Йә әле, яуап бир: ноль һаны таҡ һанмы, әллә йопмо?
Ике лә уйлап торманым, сөнки беләм:
– Юҡ, – тинем.
– Яуабың дөрөҫ, Фәнүр. Ноль – йоп һан. Ултыр, “дүртле” ҡуям, –тине уҡытыусы апай. Шул саҡ, ен алғырҙары, кластағы бөтә балалар, ҡолаҡ йыртып, хор менән быға ҡаршы төштө:
– Апай! Фәнүр “йоп” һан тимәне, “юҡ” тип яуапланы.
Ауыҙҙарына һыу уртлап ултырһалар ни булған? Ошаҡсы тоҡсайҙары!
Һығымтаһы булараҡ, минең көндәлеккә бер ни белмәгәнлегемде аңлатып “берле” билдәһе сәпәлде.
– Тағы ла “таяҡ” тейәп ҡайттыңмы, малай аҡтығы! – тип, кисә генә атайым салбар ҡайышын ысҡындырып, арт һанымда “йәйғор балҡытҡайны”. Әле лә эҫеһе бөтмәгән. Бер төплө сара күрмәй булмай. Уйлай торғас, был бәләнән ҡотолоу ғилләһен уйлап таптым мин. Көндәлектәге “таяҡ”ты “дүртле” билдәһенә төҙәтеү еңел генә икән.
– Бына бит, тырышһаң, булдыраһың, – әсәй шатлығынан хатта ҡоймаҡ ҡойоп һыйланы.
Һәм китте бит тормошом яйланып. Был оҫталыҡ миңә киномеханиктар курсына уҡырға ингәс тә әле ярҙам итте.
Уҡыу йорто директоры ҡултамғалы ҡағыҙ тоттороп дөйөм ятаҡҡа урынлашырға ебәрҙе. Ҡулымдағы мөһөрлө ҡағыҙ менән танышҡас, комендант:
– Май ахырына тиклем ошо номерҙа йәшәрһең дә, аҙаҡ бүлмәне бушатырһың, – тине. Әйтеүен дөрөҫ әйтә ул, сөнки май аҙағында беҙҙең уҡыуҙар тамамлана. Тик бына... ҡала ҡыҙы менән танышып ятҡан сағым. Өйләнешер инек, йәшебеҙ етеңкерәмәй. Юҡһа, квартираларына күсенеп, ҡала кейәүе булып та ҡуйыр инем, бәлки. Ун һигеҙ йәшем августа ғына тула шул. Ә минең башым бер эшләй башланымы, тирмән ташы кеүек дырылдап әйләнә. Бына шул дырылдап әйләнгән сағында коменданттың ҡылын сиртеп ҡарарға ниәт иттем:
– Миңә директор авгусҡа тиклем ошо ятаҡта йәшәргә рөхсәт бирҙе, –тимен. Ул ҡабат мөһөрлө яҙыуҙы әйләндергеләп ҡараны:
– Һин, нимә, әллә математиканы белмәйһеңме? – ти. – Бында рим һаны – V яҙылған. Тимәк, биш ай, йәғни йылдың май айы бөткәнсе йәшәйһең. Әгәр V һанына тағы ла өҫтәп өс таяҡ ҡуйылған булһа –һигеҙ ай, йәғни сентябргә тиклем йәшәр инең, – тине, яҙыуҙы кире ҡулыма тоттороп. Диуана директор, рим телендә яҙғансы, үҙебеҙҙең телдә яҙһа ни булған?!
Таяҡты әлептән айыра беләбеҙ уныһын. Дөйөм ятаҡта май ахырына тиклем йәшәнем дә, директор биргән теге яҙыуҙағы V һанына йәнә өс таяҡ өҫтәп, ҡабат комендантҡа индем. Хоҙайҙың “амин” тигән мәленә тура килдемме, ҡағыҙга күҙ генә һирпеп алды ла, йәшәй бир, тип, һөйөндөрөп сығарҙы. Ҡыуан да йәшә лә бит, әммә... Әх, ошо “әммә”һе булмаһа икән. Мин күҙ һалған ҡала ҡыҙы ноябрь айында ғына балиғ булып, ун һигеҙен тултыра икән. Әпәт теге бәләнән ҡотҡарғыс алымды ҡулланырға тура килә. Дөйөм ятаҡта август аҙағына тиклем йәшәгәс, тәүәккәлләп, директор биргән ҡағыҙҙағы V һаны эргәһендәге өҫтәгән өс таяҡҡа йәнә өс таяҡ өҫтәнем. Бөтәһе алты таяҡ булды хәҙер. Римдәрсә яҙғанда теп-теүәл ун бер ай сыға: VIIIIII. Яҙыуҙы күтәреп күтәренке күңел менән ятаҡ батшаһына йүнәлдем.
– Миңә директор ноябрь айы бөткәнсе ошонда йәшәргә ризалыҡ бирҙе, – тимен. Ҡағыҙҙы ҡулына алғас, комендант, әйләндерҙе-тулғандырҙы ла, күҙен аҡшайтып миңә ҡарай:
– Нәмә был?
– Директор үҙ ҡулы менән тултырған мөһөрлө яҙыу, – мәйтәм.
– Ун бер һаны улай яҙылмай бит, ҡустым, – ти, был хәҙер, – Ялған документ ҡулланғаның өсөн төрмә көтә. Башың иҫән саҡта хәҙер үк күҙемдән юғал! Ярай аяҡтарым етеҙ, ҡасып ҡотолдом.
Әлеге ваҡиғаны, хәлемә ин­мәҫме тигән маҡсаттан сығып, ҡала ҡыҙына аңлатып ҡа­рағайным, әллә “барин”, әллә “баран” тип танау осомда ишеген шап итеп ябып, эстән келәгә үк бикләп ҡуйҙы. Ниндәй күгәүен тешләгәндер үҙен, аңлай алманым. Шулай итеп, биштәремде арҡаға аҫтым да, ҡабат ауылыма ҡайтып киттем.
Дөрөҫ әйтә икән Хәкимулла бабай, йөҙгә тиклем һанай белгәндәр генә ҡалаға барып урынлаша, унға тиклем һанай алғандары ауылда тороп ҡала, тип. Ҡалһа ни, ауылда ла хөрриәт! Кистәрен ауылдаштарҙы бергә йыйып кино күрһәтеп ятҡан сағым. “Кино киске 10-да башлана” тип иғлан яҙып элеүем була, шундуҡ йүгерешеп килеп тә етәләр. Аңлайҙар! Сөнки мин римдәрсә түгел, үзебеҙҙең һандар менән аңлайышлы итеп яҙам!

Камил ФАЗЛЫЙ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: