+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
5 Ноябрь 2022, 16:00

Йырҙың йыртығы юҡ

Йырҙарҙы тыңлай-тыңлай, уф, ҡолаҡҡайҙарым зыңлай. Колхозник малай ҡаймаҡ ашамай,Баллап сәк-сәкләп сәйен эсмәй.Колхозник малай миңә ныҡ оҡшай,Миңә ныҡ оҡшай, нишләп ынтылмай.

Йырҙың йыртығы юҡ
Йырҙың йыртығы юҡ

Күңелле генә был йыр диско­те­каларҙа йәштәрҙе бик ҡыҙыу бе­йеттерәлер ул. Әйҙә бейеһендәр. Йәш саҡ бер генә тапҡыр була бит. Йыр (шиғыр) юлдары төҙөлөшөнә лә бәйләнеп, йыртыҡ эҙләмәйем. Рифмаға килгәндә, йырҙа уға хәҙер иғтибар ҙа итмәйҙәр. Ижектәрҙе лә кәрәк ерендә тартып, кәрәк ерендә һуҙып, йырҙы ритмлы ғына итеп оҫта башҡара йырсылар.
Ҡаймаҡ яратмаған малай тура­һындағы был йырҙа мине тап ошо малай ғәжәпләндерә. Колхозник түгелдер ул. Булһа, һайланып тормаҫ ине. Хәйер, колхозниктар ҙа, колхоздар ҙа юҡ хәҙер. Ҡайһы төпкөлдән тапҡандыр уны йырҙың авторы?! Хужа урынына был малайҙы: “Ынтылып ултыр, ынтылып ултыр”, тип ҡыҫтап һыйларға ғына ҡала:

Ынтыл, малай, барыһына:
Ҡаймағына, балына
Колхозник тип, ҡарап тормай,
Ҡыҙ бушҡамы ялына...

***

Һин ялынма, ҡабат кил тимә,
Үбәм тип инде үрелмә.
Миңә һинһеҙ рәхәт, бик рәхәт,
Күҙемә башҡа күренмә.

Ялынып, үҙеңә саҡырып, бүтән улай үбергә үрелмә, егет. Аңлайышлы итеп әйтте бит инде: һинһеҙ ҙә рәхәт миңә, тип. Күҙенә лә башҡа күренеп йөрөмә, киреһенсә, урап үт уны. Шул саҡта икенсене лә осратырһың.

Һөйгәндәрҙе хурлау яман,
Булһа ла ул йырҙарҙа.
Ә һин, егет, тот үҙеңде
Йыраҡ бындай ҡыҙҙарҙан.

***

...Һағынып ҡалһын, тиһеңме,
Зарығып ҡалһын, тиһеңме,
Талсығып ҡалһын, тиһеңме,
Ябығып ҡалһын, тиһеңме;
Әллә минең йөрәгемде
Ауырып ҡалһын, тиһеңме?!
Йөрәгеңдең ишеген
Ҡағып торам: ас-ас,
Бер ауыҙ һүҙ әйт әле,
Асыуыңды баҫ-баҫ.

Йөрәк ауырыуы тураһында тағы бер йыр...
Ысынында, йөрәк ауырыуы бар һәм ул ғүмерлек булырға мөмкин. Уны табип ярҙамында, операция менән генә дауалай алалар. Тик берәйһен һағынып, зарығып, талсығып, ябығып ҡына йөрәк ауырып китә тиһеңме? Йөрәк ауырта, һыҙлай, яна. Артыҡ бөтөрөнһәң, әлбиттә, ябығып, үҙең ауырыуға һабышырһың.

Еңел булыр ул, тиһеңме
Йөрәккәйен асҡас?!
Асыуынан бер ауыҙ һүҙ
Әйтмәҫ борон, ҡас-ҡас!

Мәүлит КӘРИМИ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: