+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
14 Ноябрь 2022, 10:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

ДонъялаАнглияла йәнә премьер-министр алышынды. Лиз Тейлор был вазифала 44 көн генә эшләне, минән булмай, биргән вәғәҙәләрҙе үтәй алмайым, тип бошона-бошона китеп барҙы.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Ә ниндәй матур вәғәҙәләр биргәйне ул: һалымдарҙы кәметәм, тормош кимәлен яҡшыртам, барыһын да бәхетле итәм... Был инглиздәр бигерәк бер ҡатлы. Ана, Сталин да, Ҡаҙағстан президенты Назарбаев та утыҙар йыл власта ултырҙы, бер ҙә китәм, тип аптыратманыларсы.
Хәйер, Англияның элекке премьер-министры Уинстон Черчилль бер мәл былай тигән: Аҡыллы кеше бөтә хаталарҙы үҙе эшләргә ашыҡмай, башҡаларға ла мөмкинлек бирә.

Рәсәйҙә

Павлов ҡалаһындағы МФЦ-ға килгән Нижегородка өлкәһе башлығы ғәжәп хәлгә тарыға. МФЦ-ға килгән халыҡ бында оҙаҡ хеҙмәтләндереүҙәренә, сираттарҙа оҙаҡ торорға тура килеүгә зарлана. Бары тик бер ир генә башлыҡтан артта ҡалмай эйәреп йөрөп, был учреждение хеҙмәткәрҙәрен күккә күтәреп маҡтай икән.
Асыҡланыуынса, был әҙәм ошо МФЦ директорының тормош иптәше булып сыға. Маҡтамай ҙа сараһы юҡ: түрәләр килер ҙә китер, ә уға ҡатыны менән артабан йәшәргә тура киләсәк бит. Тик бына хәләл ефетенә икенсе эш эҙләргә тура киләсәк: ғаилә спектакле хаҡында белеп ҡалған өлкә етәксеһе МФЦ директорын вазифаһынан бушатырға ҡушҡан.

Башҡортостанда

Өфө ҡалаһының “Ирек” урамында йәшәүселәр “Ирек тупигы” (“Тупик Свободы”) туҡталышының насар торошона, был тирәнең ремонт күрмәүенә “Инцедент”ҡа зарлана. Күрәһең, туҡталыштың исеме ремонтсыларҙы ла өркөтә, буғай. Матурыраҡ исемле туҡталыштарҙы ла ҡарап өлгөрмәй әле улар, тупик тороп торор.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в