-18 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
15 Ноябрь , 10:00

Килендәр йүнле буламы?

Уларҙың юлы яңы ғына йорт һалып сыҡҡан бөтмөр йәш ғаиләнең йорто тирәһендәрәк киҫеште. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, тәүгеһе уларҙың йортон ҡулы менән һелтәп күрһәтеп:

Килендәр йүнле буламы?
Килендәр йүнле буламы?

– Бынау Сәғитте әйтәм, бигерәк тик тора белмәй инде. Ана, ҡапҡаһын ниндәй итеп эшләп ҡуйған! Тәтәй бит, тәтәй. Килен балаҡайҙың бәхете бар, – тине.
– Һы, егәрле булырһың да! Бисәһе пакуй бирмәйҙер, шул игәп-тызып тормаһа, эшләр ине, ти! Ятыр ине диванда һуҙылып, минеке кеүек, – тине икенсеһе.
– Килен дә һәйбәт бит ул! Ихлас, яҡты йөҙлө.
– Әллә инде, әллә. Килендәрҙең һәйбәт булғанын ишеткән юҡ. Бөтәһе лә шул бер сыбыҡтан ҡыуылғандарҙыр улар. Юҡҡа ғына, килен кеше кем – кәм кеше, алабайға тиң кеше, тип әйтмәгәндәр. Боронғолар яңылышмаҫ.
– Сәғит үҙе уңған бит ул. Бына тигән гарнитур ҙа эшләп ҡуйған! Магазиндыҡы ары торһон. Эй матур.
– Кит, шуны ла үҙе эшләгәнме, ә? Йә, шул әҙер гарнитурҙы һатып ҡына алһа, нимә булған! Аҡса китә шул, аҡса. Ә былай әллә күпмеһе янда ҡала.
– Ҡулы алтын бит уның. Үҙе шул тиклем итәғәтле, тәмәке лә тартмай, эсеп, болғанлап та йөрөмәй. Хоҙайым минең ҡыҙҙарыма ла шундай ғына кейәү насип итһен.
– Тәмәке тартһаң, эсһәң, әлеге лә баяғы аҡса кәмей шул. Тарттырыр һиңә килен. Күреп ҡалһа, ауыҙын өтөргә лә күп һорамаҫ. Ҡыҙҙарыңа шундай кейәү һорайһыңмы ул?! Кит, тәүбәкәйем! Тапҡанһың шайлы кешене. Бисә ҡурайына бейеп кенә йөрөгән ир ирме ни ул. Сепрәк! Шундайҙарҙы йәнем һөймәй. Уларҙың ир булып йөрөүҙәре. Әллә ҡайҙан эйәреп ҡайтҡан бисәнең көйөн көйләп кенә йәшә, имеш. Ыстрам! Ҡуй инде, ҡуй. Итәк кенә кейеп йөрөһә. Ир булғас, ир һымаҡ булһын! Кәрәк икән, әҙерәк дөмбәҫләп тә алһын. Әтеү килендәр әллә кем булып шашырға әҙер генә тора. Һуңғы арала ул Сәғит күренмәй тора әле.
– Дауханала ята, ти.
– Мин уның шулай булырын күптән һиҙә инем. Теге ваҡыт бигерәк йонсоу күргәйнем. Үлмәле булып бөткәйне. Ашатмайҙыр инде. Ул ашарға бешерһә, кем һыланып-һыйпанып йөрөй тиң. Нимә булды икән?
– Һуҡыр эсәгенә операция яһағандар.
– Шул әлегә лә баяғы килендең насарлығылыр инде. Һуҡыр эсәккә күп кәрәкме ни! Ана минең ирем унан күпкә оло булһа ла, һуҡыр эсәгенең ҡайһы ерҙә икәнлеген дә белмәй. Бисәләр йүнле булһа, ирҙәр ауырымай ул. Ғазраил килендәр ирҙәрҙең башына етә лә инде. Сәғиттең башы тәгәрәй ҡалһа, ул килен ыжлап та бирмәҫ ул. Донъя иркен ҡалыр.
– Ҡуй, әллә нимәгә юрамайыҡ әле! Берһенән-береһе бәләкәй биш балаһы бар. Уларҙы кем ҡарар?
– И-и-и, кем ҡараһын, һөкәмәт ҡарай, умырып пенсияһын алыр.
– Кит юҡты һөйләмәйек! Аҡса атайҙы алмаштыра ала тиме? Әй һорамай ҙа торам, үҙең дә былтыр килен төшөрҙөң түгелме әле?
– Алыуын алдыҡ та ул. Әллә ҡайҙан шул бисураға тап булды. Ҡуй инде, улымдың бәхете булманы. Исмаһам, кәләш алһа, эсеүен ташлармы тиһәм, юҡ инде. Килен йүнле булһа, ауыҙына ла алмаҫ ине. Ауыр аяғы менән килде ул килен ишараты. Һыйырбыҙ ҡазаланды.
– Ә ҡәйнәң ни хәлдә әле? Ауырый тип ишетеп ҡалғайным. Кем ҡарай?
– Белмәйем, күптән күргән юҡ, һис бушай алмайым.
– Бәй, күрше генә тораһығыҙ түгелме ни?
– Торһа һуң? Ана, кесе килен ҡараһын, донъя уға ҡалды бит!

Венер ИСХАҠОВ.

Автор:
Читайте нас в