+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
17 Ноябрь 2022, 12:00

Бисара

Әминә менән Раушания студент саҡтан дуҫ. Ҡыҙҙар ятаҡта бергә йәшәне, бер телем икмәкте бүлеште, татыу булдылар. Раушания һуңғы курста кейәүгә сыҡты ла башкөллө ғаилә тормошона сумды, бер-бер артлы дүрт бала тапты.

Бисара
Бисара

Уңған ҡатын юҡтан юрған һырыр, тигәндәй иренең тапҡанын бәрәкәтле тотона, мохтажлыҡ кисермәйҙәр, иркен һәм етеш донъяла йәшәйҙәр.
Әминә ябай белгес булып эш башлаған ойошмала бер нисә йылдан директор урынбаҫары булып китә. Карьера юғарыға үрләһә лә, шәхси тормошо алға барманы. Мөхәббәтен тәҡдим итеүселәр күп була, әммә һәр береһенең кәмселеген табып, кире бора торҙо. Әсе телле, тураһын ярып әйткән ҡатындан барыһы ла шөрләңкерәй. Ир-ат уның менән бер-ике аралашҡандан һуң эҙ яҙлыҡтары.
– Раушания, әхирәткәй, һеҙҙең яҡта йөрөп ятам әле. Сәйең әҙерме, ун минуттан килеп етәм, – тип шылтыратты бер көн Әминә.
Өйҙө баштүбән әйләндерерлек итеп сыр-сыу уйнаған балаларына, Раушания:
– Хәҙер килә, тиҙ генә булығыҙ! – тиеүе булды, улары шып туҡтаны.
Әсәһенең тауышынан уҡ кем тураһында һүҙ барыуын аңлап, балалар өй йыйыштырырға тотондо. Береһе иҙәндәге уйынсыҡтарын йыя, икенсеһе өҫтәлдә өйөлөп ятҡан китап-ҡәләмдәрен кәштәгә һала, өсөнсөһө көҙгө-тәҙрәләге бармаҡ эҙҙәрен йыуа. Йәше тулып килгән бәләкәстәре был ығы-зығынан ҡурҡып, аҡырып иларға кереште. Раушанияның кескәйен ҡулына алырлыҡ хәле юҡ, йүгереп йөрөп табын ҡора. Ярай әле бая еләктән бәлеш ҡуйғайны, ите бешеп килә, һурпаға бишбармағын ғына төшөрөргә ҡалды, тиҙ генә салат турарға кереште.
Шул арала ишек асылып та китте. Ыҫпай кейенгән, затлы хушбуй еҫтәре аңҡытҡан нәзәкәтле Әминәнең командирҙарса көслө тауышы өйҙө тултырҙы. Ул ах-ух килеп Раушанияны ҡосаҡлап алғас, ғәҙәттәгесә шелтәләргә кереште:
– Ну, әхирәт, ҡасан һуңғы тапҡыр бөҙрәханаға барҙың? Маникюрың да юҡ, бынау халатыңды гел кейәһең, ирең күлдәккә аҡса ҡыҙғанамы?
Йәш быуынға ҡайнар сәләм! Ууу, көҙгөлә майлы бармаҡ эҙҙәре. Бынау диванды былтыр ғына алғайнығыҙ түгелме, һыҙғылап та бөткәнһегеҙ. Кемегеҙ обойға һүрәт эшләне?
– Бәләкәстәр бит әле, шулай була инде. Тыймайым, ижад итәләр үҙҙәренсә. Ҙурайышһалар, ремонт яһарбыҙ әле, – тине лә Раушания, ҡунағын табынға әйҙүкләне.
Балалар шымып ҡалды, хатта бәләкәсе лә иламай. Икенсе ҡунаҡтар килгәндә гел күңелле була, рәхәтләнеп шаяралар, әсәһе лә өндәшмәй. Был апай гел уҫал, һәр саҡ һөйләнә. Хәҙер ул аҡыл өйрәтәсәк: “психологтар шулай ҡуша”, “коучинг”, “Монтессори”, “тренинг” һәм тағы ла күп ят һүҙҙәр яңғыраясаҡ.
– Аш-һыуға оҫтаһың инде, Раушания. Бәлештәреңде һағынам. Ҡасан килһәң дә өҫтәлең тулы һый. Яңғыҙыма бешеренеп ултырмайым шул, ресторанда ҡапҡылайым гел, – тине лә Әминә, шарт-шорт ит сәйнәргә кереште. – Нимә әйтәйем тигәйнем әле: икенсе малайың гиперактивный, нервный бигерәк. Психиатрға күрһәт. Башына МРТ эшләт. Бер көндө Ютюбтан шундай балалар тураһында ҡарағайным, – тип, оҙаҡ итеп шул тапшырыуҙы һөйләргә тотондо.
– Үҙе шундай шуҡ, бер ниндәй сире юҡ ул, – тип аҡланырға маташһа ла, әхирәте туҡтаманы. Раушания уның тел төбөн аңлап тора: бер мәл улы Әминәгә “башҡа килмә” тип йоҙроҡ күрһәтеп ҡалғайны, етмәһә туфлийенә пластилин йәбештереп ҡуйған. Артабан Һүҙҙе ҡуйыртмаҫ өсөн Раушания “эйе”, “ярай”, “шулай икән” тип кенә яуапланы.
– Ә бәләкәсеңде балалар баҡсаһына бир. Ана минең бер танышымдың таныштары биргән. Ну и что ауырый, ну и что маңҡалай. Дарыуҙар, витаминдар эсерәһең. Комаровский тигән педиатрҙың лекцияларын тыңла, күрше ҡатын шул табиптың ысулдары менән балаһын ҡарай.
Әминә әхирәтенә ғаилә тормошо, бала бағыу тураһында аҡыл өйрәтеп арығас, ҡайтырға булды. Хушлашҡан саҡта ҡунаҡ ханым:
– Күҙ төптәрең күгәреп тора әллә ирең һуҡҡылаймы?
– Тәүбә, юҡ! Бәләкәстең тештәре сыға, төндә насар йоҡлай. Көндөҙ ҙурҙарын түңәрәктәргә йөрөтәм, ял етмәй, шуғалыр, – уңайһыҙланып көҙгөгә ҡараны хужабикә.
– Ирҙәргә ышаныс юҡ, дүрт балаға бәйләп тота алмаҫһың, берәйһенә әүрәне и... вәссәләм. Теҙгенде ҡаты тот! Бөтөн йәшлегеңде ир, балаға әрәм иттең... Йә, ярар, хуш булып тор. МРТ тураһында онотма! – балалар бүлмәһе яғына бармағын янаны ла сығып китте.
Ишек ябылғас, ике ҡатын ике яҡта бер юлы:
– Бисара, – тип ҡуйҙы. Улар бер-береһен ихлас йәлләй ине.
Балалар иһә “Ура, ҡайтып китте!” – тип һөрәнләп, тас та тос уйнарға кереште.
Дүрт йәшлек Гөлиәһе әсәһенә һырылды:
– Әсәй, ә ни өсөн Әминә апайҙың бәпәйе юҡ, әллә роддомдың ҡайҙа икәнен белмәйме?

Гүзәл БИКМӘТОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: