+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
17 Ноябрь 2022, 10:00

Төш

Күргән төшөнән тертләп уянды Рәшит. Бер килке, ни булғанын аңламай, әле генә күргәндәре тәьҫирендә ята бирҙе. – Рәшит, тормайһыңмы ул? Эшкә һуңлатаһың мине. Сәй һыуына бит! – ҡатынының тауышы ысынбарлыҡҡа ҡайтарып, йөрә­генә бер аҙ йылылыҡ йүгерҙе.

Төш
Төш

“Уф... Хоҙайым, әл дә төш кенә булған...” – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә тороп баҫты ла, ҡабалан ғына йыуынып, иртәнге сәй табынына ултырҙы. Ҡатынына, тәү күргәндәй, ныҡ ҡына итеп ҡарап-ҡарап алды. Быны һиҙгән Мәҙинәһе:
– Нимә булды? Ни эшләп ҡобараң осҡан? – тип һорашты.
– Төш күрҙем... – тине ир күңелһеҙ генә.
– Нимә күрҙең инде?
– Һинең менән ҡайҙалыр барырға тип автобус көтәбеҙ. Һин автобусҡа минән алдараҡ индең дә, бер эскәмйәгә барып ултырҙың. Эргәңә ултырайым тиһәм, ултыртмайһың, “Ана, артта урын күп!” тиһең, етмәһә. Аптырап, артҡараҡ ултырҙым. Шунан һинең яныңа бер ир килеп ҡунаҡланы. Автобуста барған ыңғайы һеҙ нимәлер тураһында көлөшә-көлөшә һөйләштегеҙ, шунан бер туҡталышта төшөргә иттегеҙ. Мин һеҙҙең арттан. Хәҙер ишек ябылыр ҙа, һинән тороп ҡалырмын тип, ҡабалана-ҡарһалана, кешеләрҙе этә-төртә алға – ишеккә табан барған мәлемдә уянып киттем...
– Шуға эсең бошоп ултырамы? – тип көлөмһөрәне ҡатыны.
– Нисек инде бошонмайһың?! Һин эргәңә ултыртманың, өҫтәүенә ниндәйҙер ир килеп сығып, уның менән сутырлығы сығып һөйләшәһегеҙ, көлөшәһегеҙ... Ҡара әле, шул эргәңә килеп ултырған әҙәм кем ине ул?
– Атаҡ-атаҡ, мин ҡайҙан беләйем?!
– Нисек инде белмәйһең?! Һеҙ бит бергә ултырып барҙығыҙ, ауыҙға ауыҙ терәп тигәндәй һөйләштегеҙ, бергә төшөп ҡалырға уйланығыҙ! – ир тауышын күтәрә биреп, ярһып өндәште.
– Һин күргәнһең бит һуң!
– Күрһәмсе! Һин дә булдың бит унда! Әйтәм бит, ғәләмәт итеп һөйләштегеҙ, көлөштөгөҙ. Биллаһи, һеҙ алдан таныш инегеҙ!
– Аһ, бына алйот, иҫәүән!
– Эйе, һин үҙең мине алйотҡа һанап, әллә кем менән йөрөйһөңдөр әле!
Бындайҙы көтмәгән ҡатын да ярһып китте:
– Әллә аҡылдан яҙып бараһыңмы?! Күрәләтә нахаҡ һөйләп ултыраһың... – ҡатындың тауышы бер аҙ ҡалтырап, иламһырап сыҡты. Унан дорфа ғына итеп:
– Ярай, миңә дәрескә! Былай ҙа һуңлап барам. Өҫтәлде йыйыштыр, этте ашат, ишекте һәйбәт итеп биклә! – тине лә, үпкәләүен йөҙөнә сығарып, ишекте шарт ябып, мәктәбенә юлланды.
Көнө буйы күргән төшө шауҡымында йөрөнө Рәшит. Улай ҙа уйлап ҡараны, былай ҙа. Кем булды икән теге ҡатыны янына килеп ултырған ир? Ни эшләп Мәҙинәһе уның менән бергә төшөп ҡалырға итте? Рәшиттең дә шул автобуста китеп барыуын белә тороп. Әллә ҡатынына күҙ һалып йөрөгән берәйһе бармы икән? Тормоштары матур, шик-шөбһә тыуҙырырлыҡ бер ни ҙә юҡ ине ошоғаса. Күңелһеҙ уйҙар шауҡымында эше эш булманы, төштән һуң башы ауырта башланы. Алдындағы компьютерға текәлеп, тик ултырҙы. Уның хәлен күреп, күҙәтеп ултырған коллегаһы Айҙар һорай ҡуйҙы:
– Рәшит ағай, сирләп киттегеҙме әллә?
– Юҡ та ул...
– Улай булғас, нимә булды һуң? Еңгәй менән үпкәләштегеҙме әллә? – тип шаян егет мут ҡына ҡараш ташланы.
– Э-э-эй, һөйләһәң – һүҙ, төртһәң – күҙ тигәндәй, – тип ҡул һелтәмәксе ине, йәш егет ҡуймай-өҙмәй телен систе ағай кешенең.
Рәшит бөгөн күргән төшөн энәһенән ебенәсә һөйләп, башын ҡайнатҡан шик-шөбһәле уйҙарын уртаҡлашып, “Бына шулай хәлдәр, ҡустым”, тип ҡуйҙы.
– Эй, ағай, тапҡанһың ҡайғырыр нәмә! – тип шарҡылдап көлдө Айнур. – Бына минең өләсәйем әйтә, төшөңдә нимә күрәһең, өнөңдә шуның киреһе була, ти. Илаһаң – шатланаһың, берәй нәмәгә көйөнһәң – ҡыуанаһың. Бына күр ҙә тор, еңгәй менән оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер исереүгә буласаҡ был төшөң!
– Шулаймы?
– Шулай, әлбиттә! Мин әйтте тиерһең! Нисә йыл бергә йәшәйһегеҙ әле?
– 34.
– Тағы шул сама, хатта күберәк тә йәшәп, алтын, гәүһәр, тағы әллә ниндәй туйҙарығыҙҙы үткәреп ултырырһығыҙ әле!
– Аһ, ҡустым... Бөгөн бит беҙҙең туй көнө! Бөтөнләй иҫтән сыҡҡан. Өҫтәүенә юҡ-бар төш һөйләп, иртә таңдан еңгәңде үпкәләтеп ҡуйҙым. Ней... мин ҡайтайым әле йәме. Хужа һораһа, “поликлиникаға китте”, тип әйтерһең. Еңгәң эштән ҡайтыуға өҫтәл әҙерләгән булайым, торт алайым, сәскәһеҙ ҙә булмаҫ... – тип ашығып йыйынып, ишеккә йүнәлде Рәшит.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: