+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
20 Декабрь 2022, 12:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

ДонъялаДонъя халҡы ноябрь айында 8 миллиард кешегә етте. Шуныһы ҡыҙыҡ: бынан йөҙ йыл элек кенә ер йөҙөндә 2 миллиард, 1974 йылда 4 миллиард кеше иҫәпләнә ине. Халыҡ башлыса Африка һәм Азия илдәре халҡы иҫәбенә арта.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Ҡытай менән Һиндостанда ғына икеһенә бергә өс миллиардҡа яҡын кеше йәшәй бит. Ә бына Африканың күпселек илдәрендә ете-ун балалы ғаиләләр ғәҙәти күренеш. Үҫешкән илдәрҙә тыуым, киреһенсә, кәмей. Европала халыҡ Африка мигранттары иҫәбенә арта. Ниңәлер аҡылы, белеме булған, матди хәле һәйбәт ғаиләләр уҙа барһа бер йәки ике бала тәрбиәләй.
Катарҙа әле футбол буйынса донъя чемпионаты бара. Иң көслө командаларҙың береһе – Франция намыҫын яҡлаған 26 спортсының егермегә яҡыны – ҡара тәнле. Быға ни әйтәһең? Бары тик күңелдәр ҡара булмаһын, кешелек донъяһы яҡтыға, аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа, тыныслыҡҡа ынтылһын.

Рәсәйҙә

Баҡһаң, мәктәп уҡыусылары араһында киләсәктә чиновник, программист, банк хеҙмәткәре булырға теләүселәр байтаҡ икән. Уҡый ҙа белмәгән бала телефондың бар нескәлектәрен етеҙ үҙләштерә, аҡсаның тап банкыларҙа тупланыуы ла уларға сер түгел. Ҙур чиновник алдында иһә бөтә мөмкинлектәр асылыуын малайҙар һәм ҡыҙҙар яҡшы белә. Шуныһы ҡыҙыҡ: юғары вазифа биләгән түрәләрҙең яҡындары ла ғәжәп талантлы бизнес әһеле булып сыға. Заманында Мәскәү мэры булған Юрий Лужков ураған һайын ҡатынының бизнес генийы булыуына һоҡлана торғайны. Шулайҙыр, Елена Батурина илдең иң бай ҡатын-ҡыҙы булды шул заманында.
Тик Лужков властан киткәйне, Батуринаның да таланты ҡырҡа кәмене лә ҡуйҙы, буғай, байлығы күҙгә күренеп бүҫкәрҙе. Ә бына Айрат һәм Радик Шәймиевтар долларлы миллиардерҙар булып ҡала килә. Ысынлап та ныҡ талантлы эшҡыуарҙар булып сыҡты улар, ә бит аталарының Татарстан башлығы вазифаһынан китеүенә лә байтаҡ ваҡыт үтте бит.
Ә бөгөнгө мәктәп уҡыусылары араһында шундай уҡ талантлы шәхестәр булырмы икән? Әлбиттә, буласаҡ! Улар араһында ла Лужков, Шәймиев, Абрамович һ.б. затлы фамилияларҙы йөрөтөүселәр бар ҙаһа!


Башҡортостанда

Мәсетле районынан шылтыраттылар. “Һәнәк”тең күптәнге дуҫтарының береһе ике ғаилә дуҫына журналға ярты йыллыҡ подписка бүләк иткән! Афарин! Әйткәндәй, Хәйбулла районынан да ошондай уҡ хәбәр алғайныҡ.
Бындай уҡыусылары барҙа “Һәнәк”тең тиражы һаҡланыу ғына түгел, артасаҡ ҡына, әлбиттә. Яңы йылда журнал хеҙмәткәрҙәре баҫманы бай йөкмәткеле, уҡымлы, мауыҡтырғыс итеү өсөн бар көсөн һаласаҡ. Һуңғы осорҙа журналдың сайты ла ҡыҙыҡлыраҡ була бара, әммә “Һәнәк”те ай һайын ҡулға алып кинәнеп уҡыуға ни етә! Бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: