+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
21 Декабрь 2022, 10:00

Ҡурҡытмай ҙа, ялҡытмай ҙа, арытмай ҙа...

Тележурналист, драматург, балалар яҙыусыһы, сценарист һәм тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М. Аҡмулла, З. Биишева, Ш. Хоҙайбирҙин, Р. Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты Сәрүәр Суринаға 65 йәш.  

Ҡурҡытмай ҙа, ялҡытмай ҙа, арытмай ҙа...
Ҡурҡытмай ҙа, ялҡытмай ҙа, арытмай ҙа...

Ҡыҙыҡ кеше ул Сәрүәр апай. Йор һүҙле, һутлы телле, көләкәс-шаян холоҡло. Уның кинәйәле мәрәкә-ләренән бер һабаҡ алырға була. Бына, ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ тыңлағыҙ.
Сәрүәрапай, белеүебеҙсә, һеҙ инде тәжрибәле авто-леди. Хатта Сочиға ла, Грозныйға ла, сит өлкәләргә һәм республикаларға ла руль артында йөрөйһөгөҙ икән. Ҡурҡытмаймы? Арытмаймы? Ялҡытмаймы?
—Минең авто-ледийым – хас та бесәйҙән ҡурҡҡан турғай: алан-йолан, ашамай-эсмәй, музыка тыңламай (ҡайсаҡ йырлап ҡуя һәм телефондан һөйләшә!). Ҡасандыр идеал пассажир инем: машина тауышына йоҡларға, йырларға, хәбәр һүтергә, тирә-яҡҡа һоҡланып сәйәхәт итергә ярата инем. Хәҙер быларҙан иң һуңғыһы — һәр нәмәне үҙ күҙең менән күреү, үҙ ҡолағың менән ишетеү теләге генә тороп ҡалды. Шуға ла барыһын да Аллаһы тәғәләгә тапшырам да, “Аятел-көрсиҙе” уҡыйым да (һәммәгеҙгә лә кәңәш итәм!), күңел ҡайҙа теләй, шул яҡҡа сығам да китәм. Әлегә “ҡурҡытмай ҙа, арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа”.
Кәңәш-көңәш итергә атайығыҙға йөрөйһөгөҙ, шулай бит? Уға нисә йәш инде?
— “Атайығыҙға йөрөйһөгөҙ”, тигәнең йөрәккә май булды. Йөрөйбөҙ! Әлхәмделиллаһ! Атайыбыҙ туҡһан йәште артылды. Ул беҙгә атай ҙа, әсәй ҙә. Кәңәштәрен, биш намаҙлы доға-фатихаларын, тормошсан күрһәтмә-ләрен алабыҙ, ҡайсаҡ сәнскәкле тәнҡите лә, йондоҙ тотторғандай ихлас маҡтауы ла эләгеп тора. Иң ҡыуаныслыһы: атайым балаларын, ейәндәрен иҫе китеп ярата. Аллаһы тәғәлә уға ошо мөхәббәте өсөн оҙон тыныс ғүмер бирһен.
Халыҡ араһында йөрөп нимәләр ишетәһегеҙ, күрәһегеҙ, тояһығыҙ?

– Халыҡ журналисы бит һин, тигән була миңә бер телевизион коллегем. Әлхәмделиллаһ. Тағы ла нығыраҡ эшләргә, өлгөрөрәк, ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк булған... Эх...
65 йәштә ҡатын-ҡыҙ тормошонда нимәләр бөтә һәм нимәләр башлана ала?

– 65 минең өсөн проблема түгел, Аллаға шөкөр. Ошо йәшкә етәм, тип, бер нәмә лә үҙгәртеп тормам. Бөткәне бөткән, башланаһы башланған бит инде. Кешенең йәне һәр көн иртән яңынан тыуа, тиҙәр. Йән тыныслығың менән тән һаулығыңбулһа, һәр көнөң- тыуған көн. Йәғни йырың йырлана, юлың асыла, ашың бешә, гөлөң сәскә ата...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды

Автор:
Читайте нас: