+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
23 Декабрь 2022, 14:00

Ауыл мәҙәктәре

“Вам куда”Беҙҙең ауылда Айһылыу исемле апай бар. Улар быуынында уҡыу артыҡ эләкмәгән, русса белеү ҙә самалы. Шулай бер саҡ апайыбыҙ район үҙәгенә барырға сыҡҡан һәм бер машинаны туҡтатҡан.

Ауыл мәҙәктәре
Ауыл мәҙәктәре

үҙе үк шоферҙан һораған:
– Вам куда?
Шофер көлгән дә:
– А вам куда? – тигән.
Апай “Стәрлебаш” тип ултырып киткән инде.

Ат йоҡлаған

Рәмил исемле мал ҡараусы эшкә төшкә генә килеп торғас, ферма мөдире асыулана:
– Ниңә иртән килмәнең?
Мал ҡараусы аптырап тормаған:
– Ат йоҡланы, типкеләп тә торғоҙа алманым, - тигән.

Донъя күрһен, тип...

Ауыл советында эшләгән саҡ, водитель булып эшләгән Әмир исемле егеткә килдем. Ир лапаҫ аҫтында мал ҡарай, ә ҡатыны өҫтә ҡар көрәп бесән ҡутара.
– Ниңә лапаҫ башына ҡатыныңды мендерҙең? – тием.
– Бейектән аҙыраҡ донъя күрһен, тип, – тимәһенме...

Прости, тётка

Бер ауыл ағайы ашханаға инеп тәрилкә менән аш алған да, өҫтәлдәр араһынан үтеп барғанда, ашын бер мәрйәнең өҫтөнә сайпылтҡан. Мәрйә ике ир менән ашап ултыра икән. Ағай белер-белмәҫ руссаһы менән ғәфү үтенгән:
– Прасти, тьетька...
Теге ике ир һикереп тороп быға ябырылған. Йәнәһе, ул был ҡатынды... уйнаш ҡатын тип атай.
Ағай ахырҙа ижекләп әйткән:
– Прасти, пожалуйста, тетенька.

Куриный мужик

Күрше ауылда Әхийәр исемле ағай бар ине. Шуның тауыҡтары юлға сығып тибенеп йөрөгәндә, елдереп килгән такси әтәсен тапай ҙа китә икән. Ағай кире килгәндә таксины туҡтата:
– Почему таптал куриный мужик?
Шофер әтәскә 15 тәңкә түләп китә.

Фәүҡәт ҠОТЛОШИН.

Автор:
Читайте нас: