+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
23 Декабрь 2022, 11:00

Тиҙерәк хәбәр итегеҙ

Мин һайланып йөрөгән арала ҡыҙҙарым кейәүгә сығып бөттө. Үс иткәндәй, өйләнге килә башланы бит. Әллә нимә булды миңә... Яңғыҙ йөрәгем ҡояш байышын да күтәрә алмай. Башҡа ваҡытта үбешеп торған йәштәрҙе күрһәм иҫем дә китмәй торғайны.

Тиҙерәк хәбәр итегеҙ
Тиҙерәк хәбәр итегеҙ

Хәҙерме? Ир менән ҡатын йәнәшә генә торһа ла асыуым килә. Күҙемә лә тик ҡатын-ҡыҙ ғына күренә, бик күп икән улар. Тик бына ҡайһыныһына барып баш эйергә? Берәйһе менән танышыуға өмөт итеп көн һайын пляжға йөрөп, ҡара суйынға әйләндем. Паркка барам – боролоп та ҡараусы юҡ, киноға барып икешәр-өсәр билет алып торам – иҫтәре лә китмәй. Хет бер ҡыҙ билет һорап килһәсе? Хатта бишәр, икешәр ҡатын менән йәшәгән хан-солтандар тураһында китаптар ҙа уҡып ҡараным – минең ишеләргә бер генә лә кәңәш юҡ.
Белдереү аша танышыу тигән нәмә ҡолағыма салынғайны, әллә самалап ҡарайыммы икән? Үҙем хаҡында матур иттереп тороп яҙайым әле. Тә-әк... Сәсем бөҙрә, тип ҡуйҙым, ҡыҙҙар “аһ”итеп ҡалһын. Күҙҙәремде сөм-ҡара тийәем. Йәшемде биш йылға кәметеп, буйымды арттырып, итек размерын ғына шул килеш ҡалдырып...
Иғланымды кейәүгә сығыр ҡыҙҙар йоҡлаған арала, йәғни таң менән, белдереү таҡтаһына элеп киттем.
Көндөҙ теге таҡта янына барып баҫтым, бер нәмә белмәгән булып торам, ҡыҙҙар хәбәренә ҡолаҡ һалам. Тикшерәләр генә:
– Бөҙрә, имеш... Париктыр әле.
– Ҡарағат? Яратмайым ҡара күҙлеләрҙе.
– Һонтор! Ҡолға кеүектер әле.
– Бына итегенең размеры ғына әҙәмсә...

Йүгереп ҡайтып яңынан иғлан яҙҙым: башы пеләш, буйы ҡыҫҡа, күҙе... итегенең размеры... Вис кәметеп яҙҙым, ҡыҙҙарға шулай оҡшай бит һуң.
Тик, хәйерһеҙ, ямғыр яуып, кейәүгә сыға торған ҡыҙҙар өйҙән сыҡманы ла ҡуйҙы. Иғлан төбөндә берәү юҡ. Ҡараһам, бер әбей килә. Этен йөрөтөргә сыҡҡан. Бына ул күҙлеген кейеп тороп иғланымды уҡый башланы. Һәм хатта күсереп алырға иткәйне... сыҙаманым. Атылып килеп белдереүемде йолҡоп алдым да ҡастым. Әбей ауыҙын асып, эте баҫтырып ятып ҡалды.
Шулай ҙа үҙемде бер һынап ҡарағым килә. Был юлы нисек бар шулай яҙам инде: буйым уртаса, ауырлығым уртаса, йәшем ҡырҡта, өйләнеп ҡарағаным юҡ... Фатирым бар, эшем бар, балалар яратам... Риза булған ҡыҙҙар, тиҙерәк хәбәр итегеҙ.

Фәриҙә МӘХМҮТОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: