+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
24 Декабрь 2022, 14:00

Бейәләйгә ҡыҙҙар эйәләй

Һүҙгә һаран, эшкә егәрле бер ағай бар ине. Әллә ни эсеп тә барманы. Шулай ҙа юҡ-юҡ та ҡунаҡ, мәжлестәрҙә төшөргөләй торғайны.

Бейәләйгә ҡыҙҙар эйәләй
Бейәләйгә ҡыҙҙар эйәләй

Был бер ваҡыт гел һалмыш йөрөй икән. Диванда ятҡан, ятҡан да, бик кәйефләнеп китеп, өйҙө яңғыратып йырлап ебәргән:
– Соланда бар бер һандыҡ,
Эстәрендә бейәләй.
Бейәләйҙең эсенә
Матур ҡыҙҙар эйәләй.
Әсәһе шунда уҡ:
– Аһ, ҡәһәр һуҡмағыр нәмәкәй, был минең бейәләй эсендәге пенсиямды табып алып эсеп ята икән, – тимәһенме.

Бетеү

Бер ҡатын таҫтамал, бер баш икмәк тотоп муллаға килгән:
– Ирем өҫтөмдән йөрөй. Нишләйем икән, мулла абызый?
– Ҡайғырма, килен, мин һиңә бетеү яҙып бирәм, уны асып уҡып ҡарама, гонаһ була. Кейемеңдең яғаһына эс яҡлап тек. Кер йыуғанда алып торорһоң, еүешләнмәһен, – тип яҙыу яҙып, сепрәк киҫәгенә урап биргән.
Ҡатын мулла ҡушҡанса эшләгән, ире лә алама ғәҙәтен ташлаған. Мулла абызыйға рәхмәт инде файҙаһы тейҙе бит, тип ғүмер буйы ҡыуанып, уға рәхмәттәр әйтеп йәшәгән.
Бетеүен утыҙ йылға яҡын шулай йәшереп тағып йөрөткән. Ире лә, мулла ла яҡты донъянан уҙып киткән. Хәҙер уҡып ҡараһам да ярайҙыр инде, тип был бетеү ҡағыҙын алып тағатҡан. Унда шундай юлдар яҙылған булған: «Ирең һине яратамы, яратмаймы, ни эшем бар минең унда. Бер таҫтамал менән әсе икмәк ярап тора ул миңә.»

 

Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Автор:
Читайте нас: