+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
24 Декабрь 2022, 12:00

Килен

Бейек-бейек тауҙар, осло ҡаялар, ҡышын-йәйен йәшел ҡарағайҙар, нескә генә ҡайындар, йылға буйындағы талдар – уның килен булып төшкән ере. Һауаһы һуң, һауаһы! Танау тишектәре аша үпкәгә инеп китә лә, бармаҡ остарына тиклем барып етә. Гел генә диңгеҙ буйында ял итеп, үҙ еребеҙҙәге бындай матурлыҡты күрмә инде!?

Килен
Килен

Кейәүгә сыҡмаһа, шулай йөрөр ине йыл һайын йә Геленджик, йә Гоа, йә Стамбул, йә Таиланд.
Ҡала урамдары буйлап тыҡылдатып атлап йөрөгән туфлиҙарын ондан бушаған тоҡҡа тултыртып, баҙға төшөрөп ҡуйырға тура килде инде – бындай таштар араһында улар менән атлау мәшәҡәтле. Ара-тирә алып саңын һөрткөләп ҡуя былай, үҙе ҡыуана: исмаһам, хәҙер туҙмайҙар. Атыу яратып ҡына алған аяҡ кейемдәре бер миҙгелгә лә етмәй туҙып сыға торғайнылар. Уның ҡарауы, йыл һайын туфлиға киткән аҡсаға тауыҡ еме алалар. “Мәхрүм үксәгә” еткәне юҡ инде, эләктерҙең дә сығып та йүгерҙең. Галоштың да модаһы үткән икән хәҙер. Ауыл тигәс тә, бында ла замандан артта ҡалыш юҡ икән.
Күлдәктәре шул килеш шифоньерҙа көйәнән ашалып тормай былай. Көн дә кискеһен ҡәйнәһе малдарын ҡаршы алғанда, ул да матур ғынаһын кейеп ҡапҡа алдына сығып баҫа. Эй, көнләшәләр инде, эстәре яна башҡаларҙың. Хатта һыйырына тиклем күҙе төшкән күлдәктәренә. Мөгөҙҙәрен болғай-болғай етеп килә ине, саҡ күтәрмәгә менеп ҡотолдо, саҡ артынан соландың ишеген ябып өлгөрҙө.
Ер күргәс ни, унда йәшелсә лә үҫтереп була икәнен белгәс ни, ул бер айлыҡ эш хаҡына бөтә орлоҡтар алды: сәскә, ҡауын, ҡарбуз, ҡабаҡ, ашҡабаҡ, шалҡан, редиска, торма, аҡ торма, ҡара торма, йәшел борсаҡ, һары борсаҡ – бөтөнөһө тиерлек, “почти”. Ярай һатып алды, көрәк тапты, сәсте. Картуфлыҡта. Күрше ҡаҙҙары ҡыуанды былай. Осраған һайын ҡаңғылдашып, оҙаҡ ҡына рәхмәт уҡып йөрөнөләр, беҙҙең ашты төрләндерҙең, исмаһам, тиҙәр. Ул, ни, шат: бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара ла һуң.
Ашарға бешермәй. Ҡәйнәнән түрбашты алып, уны кәмһетәһе юҡ инде – үҙ ҡаҙанында үҙе хужа булып ҡалһын әйҙә. Йәштәр уның яраштырғанын да маҡтап-маҡтап ашай. Уның кеүек итеп бешерергә өйрәнгәнсе, йылдар үтер әле. Иҙән, кер йыуырға иҫенә төшөрөп торалар уға, уныһына һүҙ юҡ. Ҡартаймаған көйөнә хәтере әллә ҡайҙа булған!? Ҡалаға барып килмәйенсә булмаҫ – мейене эшләтә торған дарыуҙар һатып алырға кәрәк булыр. Э-э-эй, шул инде: ауылды маҡта ла, ҡалала йәшә. Әллә киреһенсәме шул: ҡаланы маҡта ла, ауылда йәшә. Хәтер тигәнеңде! Ярай, китте килен. Юғалтмаҫтар, моғайын.

Дилә СӘЛИХОВА.

Автор:
Читайте нас: