+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
11 Ғинуар , 11:00

"Байығың килһә – ҡуян аҫра"

Һәр яңы йыл үҙенең символы булған йәнлекте кәүҙәләндерә, тиҙәр. Ҡуян йылы нисек булыр, ниндәй үҙенсәлектәре менән айырылып торор? Ошо йорт хайуандарын күпләп тотҡан билдәле журналист был һорауға яуапты яҡшы белә. – Лилиә, ҡуяндарға мөхәббәт ҡасан тыуҙы? – Ауылда йәшәгән саҡта бер сибәр ағай ҡуяндарҙы күпләп аҫыраны. Үҙенә лә, йомшаҡҡайҙарға ла һоҡлана торғайным. Бер ағайым унан алып аҫыраны, тегеләр бик тиҙ үрсеп китте.

"Байығың килһә – ҡуян аҫра"
"Байығың килһә – ҡуян аҫра"

Тик ҡуяндарын һуйырға бирмәй торғайны. Ә бер мәл уларҙы тоҡҡа тултырҙы ла урманға алып барып, барыһын да иреккә ебәрҙе. Бишенселә уҡыған саҡта атайҙан инәлеп һорағас, бер ата, бер инә ҡуян алып ҡайтып бирҙе. Тик бер ниндәй тәжрибәм булмағас, уларҙы үрсетә алманым.
Йылдар үтеп, Авдон ҡасабаһында шәхси йортобоҙ булғас, был шөғөлгә ҡабат тотондом. Улымды күберәк ҡуян үрсетеп, аҡса эшләү ҡыҙыҡһындырҙы, ҡыҙым уларҙы ҡарашырға ихлас ярҙамлашты, ә мин балаларҙы эшләтеп үҫтереүҙең ҡулай юлын таптым тип ҡыуандым. Ҡуяндарҙың һанын йөҙгә еткергән мәл дә булды, тик эттәр кереп, барыһын да тиерлек быуып сыҡтылар. Әле уларҙы ҡабаттан арттырыу менән мәшғүлбеҙ.

– Ҡуян тиҙ үрсей, Австралияла ҡырағайланып, тотош ҡитғаны баҫып алған йорт ҡуянынан нисек ҡотолорға белмәйҙәр. Шешҡолаҡ аҫырау отошлолор? 12 килоға еткәндәре лә бар бит – үҙе бер һарыҡ!

– Ғаилә өсөн бынамын тигән аҡса эшләү сығанағы был шөғөл. Уйлап ҡарайыҡ: инә ҡуяндар өс ай һайын 6-10-арҙы балалай, теләгең бар икән, тиҙ арала меңгә еткер! Тәжрибәң булһа, ҡарауы ла ауыр түгел, кинәнес кенә. Бары тик ваҡытында төрлө ауырыуҙан прививка яһатырға, төрләндереп ашатырға һәм уларҙы яратырға ғына кәрәк.

– Әйҙәгеҙ, ҡуяндарҙың холоҡ-фиғеленә ҡарап, йылдың нисек килеүен күҙаллайыҡ.

– Ҡуяндарҙа бер ниндәй яһиллыҡ юҡ, әммә хәйләкәрлек тә, осло тырнаҡтар ҙа бар. Улар йәшелсә ярата, ғөмүмән, алдарында ризыҡ, оялары иркен, уңайлы булһа, донъялары теүәл. Бала ҡуяндар араһынан тоҡом ҡалдырғанда иғтибарлап күҙәтәм: ата ҡуяндың көслө, энергияһы ташып торғаны, инәләрҙең ояһын таҙа тоторға ынтылғаны, наҙлылары лайыҡлы тоҡом бирә. Уларға ҡарап, кеше хайуандан әллә ни алыҫ китмәгән икән, тип ҡуям. Һинең кәйефең булмағанын һиҙеп торалар, үҙҙәренә тиҙ күҙ тейә. Йыл ҡуян тәбиғәтенә ярашлы килһә, Алла бирһә, халыҡ-ара конфликттар кәмер, тыныслыҡ урынлашыр, кәйефлерәк йәшәрбеҙ, алдыбыҙҙан һәр саҡ йәшелсә-емеш, башҡа таҙа ризыҡ та өҙөлмәҫ!

Лилиә НУРЕТДИНОВА менән әңгәмәне Марат ӘМИНЕВ яҙып алды.

Автор:
Читайте нас в