-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
13 Ғинуар 2023, 13:00

Шаян телле, йоморо һүҙле шағирә

Тәрән фәлсәфәле шиғырҙарында ла, ҡыҫҡа ғына парсаларында ла, донъяуи мәҡәләләрендә лә, хатта диуарына элеп ҡуйған фотоларында ла ниндәйҙер һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә шаянлыҡ, нескә юмор бар Айһылыу Ғарифуллинаның. Был һәләт уның тәбиғәтенә, булмышына һалынған. Һәм, хатта, Яңы йыл башындағы 55 йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы һөйләшеүҙе лә шағирә шулай тип башланы: “Бөтөн халыҡ байрам иткәндә, мин тыуып ятсы әле...”

Шаян телле, йоморо һүҙле шағирә
Шаян телле, йоморо һүҙле шағирә

– Айһылыу Рәжәп ҡыҙы, ошо байрам мәлендә тыуып, ата-әсәйегеҙҙе ҡыуандырыуығыҙҙың да берәй мәрәкәһе булғандыр бит?

– Әсәйем мине, етенсе балаһын, дауаханала ла түгел, өйҙә, үҙе әйтмешләй, түрбаш иҙәнендә сүкәйеп ултырып ҡына тапҡан. Хатта кендек инәһе лә – әсәйем үҙе. “Күлдәк” эсендә тыуғанмын. Әсәйем, башҡа балалары улай булмағас, мине теге үтә күренмәле пленкала күреп, ғәрип икән тип ҡурҡҡан. Шулай ҙа йыртып асып тынысланған.
Иң ҡыҙығы: төнләтеп кенә атайым һунарҙан ҡайтҡан. Уға тиклем әсәйем мине йыуындырып, имеҙеп, төрөп урындыҡ мөйөшөнә һалып ҡуйған. Боронғо башҡорт ҡатындары шул хәтлем әрһеҙ, ирҙәре ҡатыраҡ булғанмы икән – һунарсы ир ғаиләһе тағы бер башҡа артҡанын да аңғармаған – ҡул йыуып өҫтәл артына ашарға ултырғас, һин тазылдап илап ебәргәйнең, атайың, уй, Аллаҡайым, нимә ул, тип ҡысҡырып ебәрҙе, тип һөйләне әсәйем.

– Мин белгән иң тыйнаҡ һәм баҫалҡы ижадсыларҙың береһе – һеҙ. Урман гиҙеп шиғыр яҙып ҡына йөрөү оҡшай, ахыры, үҙегеҙгә? Шағирҙар дан, билдәлелек яраталыр, тиһәм...

– Мин – тәбиғәт балаһы. Бөрйәндә тыуып, нәҡ шулай булмау мөмкин түгел. Беҙҙең быуын урманда үҫте, тиһәк тә була. Минән алда ла, артта ла ҡыҙ балалар тыуғанғамы, атайым мине гел малайҙар эшенә тотондо: утын ярыу, тиҙәк ташлау, һайғау, буралыҡ ағас әрсеү, кәбәнгә баш ағасы ҡырҡыу, күбә тарттырыу, ҡаратал ҡайыры йыйыу, диләнкә таҙалау, тубырсыҡ йыйыу һ.б.
Холҡома күрә, әсәйҙән йыш эләкте. Шул саҡта мин үҙем генә белгән һуҡмаҡтан үҙемдеке тип нарыҡланған биләмәмә ҡаса ла, рәхәтләнеп шунда ҡоштар моңон тыңлап, еләк ашап, өйҙәге эштән ҡасып ята инем. Иреккә, иркенлеккә ни етә?!

– Шаян телле, йоморо һүҙле, тиҙәр ҡайһыларҙы халыҡта. Һеҙҙең кеүектәргә әйтәләр бит. Һөйләү, фекерләү, яҙыу телмәре үҫешкән булыу ғына түгел, ә тәбиғи тел байлығының һуты ла, ҡаймағы ла, балы ла булыуы был. Ни өсөн ошо зиннәт берәүҙәрҙә бар, ә икенселәрҙә юҡ?

– Әсәй, мәрхүмә, беҙҙе әрләгәндә лә мәҡәл-әйтем менән әрләне. Уның ҡайһы бер һүҙҙәре башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә лә юҡ. Мәҫәлән, күк энәнең күтен этә белмәйһегеҙ, бер аяғығыҙҙы баҫҡансы икенсеһен эт ашай, эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа. Мин, әйҙә, һуңынан баш ват, әсәй ни әйтергә теләне икән, тип. Бына шундай мөхиттә һәм ошондай һүҙ байлығына эйә булған әсәй ҡулында, инәйҙәр урауында, әбейҙәр, апайҙар араһында үҫкәнгәлер. Ә был бәхет барыһына ла эләкмәй. Эләкмәгән, күрәһең... Һүҙ байлығы – Аллаһ биргән ниғмәт.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: