+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
13 Ғинуар 2023, 11:00

Яңы йыл – яңы маҡсаттар

(Бөгөн Иҫке Яңы йылды ҡаршылайбыҙ!) Ваҡыт ағымы – мәңгелек. Бер ниндәй үлсәүҙәргә һыймай, баһаларға тиң түгел, сикләүҙәргә баш бирмәй ул. Шул ағымда йыл артынан йыл елә, һәр береһе беҙҙең ниндәйҙер тойғоларҙы, кисерештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм тарихты алып китә. Һәр үтеп барған йылды оҙатып, яҡты өмөттәр, яңы маҡсаттар менән тыуған йылды ҡаршылап, беҙ ҙә шул мәңгелектең бер өлөшөнә әйләнәбеҙ кеүек.

Яңы йыл  –  яңы маҡсаттар
Яңы йыл – яңы маҡсаттар

Заманына, ваҡытына һәм йылына ҡарамай, кеше күңелендә шатлыҡ-ҡыуаныстарға, изгелеккә һәм юморға урын бар. Ауырлыҡтарҙы тап ана шул ыңғай тойғолар еңеләйтеүсән, улар кешегә көс биреүсән. Республика сатира һәм юмор журналы – “Һәнәк” тә тап ана шундай маҡсат менән ижад ителә һәм халыҡҡа таратыла. Һәр өйгә йылылыҡ, күңел күтәренкелеге, көлкө йә ихлас йылмайыу өләшеп йөрөй ул. Журналға яҙылғандар Ҡуян йылында тап шуның шаһиты буласаҡ та.
Яңы йылдан һәр кем ниндәйҙер мөғжизә өмөт итә. Ниндәйҙер яңылыҡтар, яңы хәбәрҙәр һәм ваҡиғалар көтә. Әйҙә, көткәндәребеҙ килһен, ишетелһен, моратҡа ашһын. Тик улар бары тик яҡшыға, шатлыҡҡа һәм бәхеткә генә булһын.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: