+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
13 Ғинуар 2023, 17:30

Ҡыш бабай бар ул, бар!

Ну, шәп ҡаршыланым былтыр Яңы йылды! Таңға тиклем үҙем һымаҡ яңғыҙаҡ егеттәр менән клубта ултырҙыҡ, рәхәтләнеп бейенек, йырлаштыҡ. Таңға ғына ҡайтып киттем. Ҡаланың яңы микрорайонында фатир алғайным, күршеләр менән дә танышып өлгөрмәгәнмен әле. Ишек төбөндә тапанып, асҡысымды таба алмай торһам, фатирҙың эс яғынан ишек асылып китте.

Ҡыш бабай бар ул, бар!
Ҡыш бабай бар ул, бар!

– Кейәүем ҡайтты! Әйҙә, уҙ!
Минең аптырауым йөҙөмә сыҡҡандыр, мөләйем ҡарсыҡ ҡулымдан тота һалып, фатирға индерҙе лә, өҫ кейемемде сисергә ярҙам итте.
– Яңы йыл шулай күңелле инде ул, бар, бүлмәңә инеп ят, кейәүкәйем, мин бишбармаҡ бешерәм әле. Хәҙер ҡыҙым да балалар менән ҡайтып инер, – тигән була.
Бындай һүҙҙәрҙән күҙҙәрем йәшләнде. Яңғыҙ тормош ялҡытты шул. Ҡыш бабайҙан, шаяртып, кәләш, балалар һораған булғайным. Ана бит, комплекты менән ебәргән...
– Нисә бала? – тием.
– Аһ, өсәү ине бит, бер төндә артып китмәһә, – тип йылмая ҡәйнәм.
Бүлмәмә ингәс, тағы аптырашта ҡалдым. Ундағы карауат донъялағы иң ҙурылыр, моғайын, ә иҙәнгә йомшаҡ балаҫ түшәлгән. Үҙе йылы бит әле!.. Ҡасан өлгөргәндәр тиһең! Минең унда-бында ташлап киткән кейемдәр ҙә күренмәйсе... Әллә карауат аҫтына ғына тыҡтылармы икән, тип эйелеп ҡарай башлағайным, шунда йоҡо баҫҡан да ҡуйған.
– Был кем? – тигән ҡатын-ҡыҙ тауышына уянып киттем.
– Фәрит, – мәйтәм...
– Әсәй, һуң кейәүеңдең исеме Рәфит ине бит!
– Атаҡ, балаҡайым, төҫө кейәүҙеке, исеме лә оҡшаған!..
– Яңы йылда бөтә ирҙәр шул бер инде... Кейәүең дә ике йыл элек Яңы йылда сығып киткәйне, кире ҡайтманы! Быныһы ла берәйһенекелер...
– Ә бишбармаҡ? Ашап тормайыммы икән? – һикереп тороп, ҡәйнәмә ҡарайым.
– Етмәһә, беҙҙең кейәү һымаҡ бишбармаҡ ярата...
– Шунан?
– Ҡалһын да ҡуйһын.
– Нисек инде?..
– Бына шулай!
Ҡалдым. Күршеләге минең фатирҙы бергә ҡуштыҡ та, иркенләп йәшәйбеҙ. Ҡәйнәм дә бергә. Быйылғы Яңы йылға бәпес көтәбеҙ әле. Ҡыш бабайҙан, малай булһын, тип һораным. Малай тыуасаҡ та, сөнки Ҡыш бабай бар ул, бар!..

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Фото: foto-ram.ru

Автор:
Читайте нас: