+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
15 Ғинуар 2023, 11:00

"Ҡулъяулыҡ кеүек ябаймын..."

Интернетта халыҡсан юморы менән уҡыусыларының күңелен асҡан Зөлфирә Таһированың шәхесе күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, шулай бит? Бына шул ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн, беҙ уға бер-ике һорау менән мөрәжәғәт иттек.

"Ҡулъяулыҡ кеүек ябаймын..."
"Ҡулъяулыҡ кеүек ябаймын..."

– Зөлфирә, һинең уҡымлы блогер булып китеүең маҡсатлы эшме?

– Мин үҙемде блогер тип уйлағаным да юҡ ул. Бары ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итәм. Ябай итеп, үҙебеҙҙең йәнле һөйләш теле менән яҙырға тырышам. Нисек бар, шулай һөйләйем. Арттырмайым, алдамайым, тигән кеүек. Кешегә шулай оҡшай.

– Холҡоң менән дә үҙең һөйләгән шаян образға тура киләһеңме?

– Киләм! Тап үҙем! Ҡулъяулыҡ кеүек ябаймын, бер ҡатлымын, алабарманмын хатта. Кешегә тиҙ ышанам. Асылып эс серемде һөйләргә лә аптырамайым. Аҙаҡ үкенгән саҡтар ҙа була. Әммә эш үткән. Шул ябайлыҡ арҡаһында күп ҡыҙыҡ хәлдәргә тарыйым. Ваҡытында көлкө булмаһа ла, аҙаҡтан иҫкә төшһә – күңелле. Шулар тураһында яҙам да.

– Барлыҡ яҙғандарыңа ла ышаналармы? Әллә шик белдереүселәр ҙә бармы?

– Ысынлап та, халыҡ ҡабул иткәне лә, итмәгәне лә була бит инде. Мин ысын күңелдән яҙам, оҡшау өсөн түгел, үҙемсә, минеңсә генә. Берәй ҡыҙыҡ хәлгә тарыһам, шунда уҡ һөйләйем. Була ул, кемдер, эй шулай булмаһа ярар ине, тип ҡуйғаны. Мәҫәлән, ҡайным менән 150 кг. кәбеҫтә алғанды яҙғас, ул тиклем кәбеҫтәне ҡайҙа итергә мөмкин, тип яҙҙылар. Нимә эшләйем, алдыҡ, тигәс, алдыҡ инде. Ҡайныма ла, бейемгә лә, ниндәй генә хәл булһа ла, ҡаршы өндәшкәнем булманы, бер тапҡыр ҙа. Үҙемдең сабырлығыма үҙем һоҡланам хатта, тип көләм генә.

– Блогер булып китеүеңә ғаиләң нисек ҡарай?

– Ирем ыңғай ҡарашта. Ғөмүмән, ул минең һәр башланғысымды хуплай. Нимәгә тотонһам да, минән ярҙам кәрәкме, тип кенә тора. Шундай шәп кеше ул. Ҡайным менән бейем – оло кешеләр, интернетта ултырмайҙар. Шуға улар килендәренең кем икәнлеген белмәй, «йондоҙ» менән йәшәп ятҡандарын аңламай ҙа.

– Ошо шаянлығың тормошта ярҙам итәме?

– Күп кенә ҡатмарлы хәлдәрҙе уйынға ауҙарып үткәреп ебәрәм. Үпкәләр урында ла көлкөгә һабыштырам. Көлөп йәшәйек! Ғүмер ҡыҫҡа. Уны матур үтеү өсөн тырышайыҡ!

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА яҙып алды.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: