+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
16 Ғинуар 2023, 13:00

"Минең менән күңелле"

“Пар ҡанаттар” йыры менән киң танылыу яулаған йырсы – Зилә ЛИРА шулай, ти. Ысынлап та, ул – бик күңелле кеше. Май ҡояшы кеүек йылмайып, ихлас һөйләшкән кешенең ғүмере ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай! Зилә апай, концерттарға күп йөрөйһөгөҙ. Ҡыҙыҡлы хәлдәргә ҡалғанығыҙ барҙыр? – Уңайһыҙ, ҡыҙыҡлы хәлдәр күп була. Ут һүнгәне лә, сәхнәләге төтөн арҡаһында янғын сигнализацияһы эшләгәне лә бар. Бына яңыраҡ Учалы районында булдыҡ. Оператор егетебеҙ, биш минуттан концертты башлайбыҙ тип Янға яҙған булған икән.

"Минең менән күңелле"
"Минең менән күңелле"

Ә ул миңә әйтмәгән. Яйлап биҙәнеп ултырһам, мин сыға торған музыка китте. Сәстәрем ул яҡҡа, был яҡҡа тырпайған. Күлдәк кейгәнмен, әммә салбарымды ла, итегемде лә сисеп өлгөрмәгәнмен. Ярай, биҙәнгәнмен. Сәсемде һыйпай-һыйпай, дөбөр-шатыр сәхнәгә сыҡтым. Тамашасы һиҙмәне. Аҙаҡ, Ян йырлағансы, туфли кейеп, сәсемде рәтләп, кәртинкәләй булып сығыш яһаным.

– Тауыш матурайһын өсөн йомортҡа эсергә кәрәк тиҙәр. Һеҙ тәмләп ҡарағанығыҙ булдымы?

– Йомортҡа эсеү – юҡ һүҙ. Уны ниндәйҙер фильмда күрһәткәс, шунан китте. Мин ул йомортҡаны эсә лә алмайым. Сей нәмәнән һуң сәхнәгә сығыу урынына, клуб артында уҡшып йөрөгө килмәй.

– Һеҙҙеңсә, беҙҙең халыҡтың иң ҡыҙыҡлы һыҙаты ниндәй?

– Башҡорттарҙың иң ҡыҙыҡ һыҙаты – яңғыҙ йәштәрҙе шунда уҡ димләй башлау. Уныһы ярай, яңғыҙ йөрөмәһен, тип теләүҙән килеп сыға. Тағы ла бит ҡушамат тағыу тигән холҡобоҙ бар. Бигерәк тә, ауылдарҙа ҡушаматһыҙ кеше юҡ.

– Һеҙҙең ҡушаматығыҙ бармы?
– Бер нисәү булды. Бала саҡта Исем-шәрифем аббревиатураһынан “КыЗыМ” тип йөрөттөләр. Циркта уҡығанда “котинка” булдым. Бер болгар егете “котенок” тип әйтергә теләп шулай тигәйне, таралды ла китте. Иң популяры – “ЗиЛ-180”. Үҙемә лә оҡшай. Студент саҡта Урал исемле егет менән дуҫлашып йөрөнөк. Армияла унан һорағандар: "Икегеҙҙең дә исемегеҙ — машинаныҡы. Өйләнешеп, ҡыҙығыҙ булһа – Нива, малайығыҙ тыуһа Камаз тип ҡушаһығыҙмы?” Етмәһә, ул әрмелә “ЗиЛ” машинаһында йөрөгән. Аҙағына “Я” хәрефе өҫтәп, “ЗиЛЯ” тип яҙып алған.

– Романтика!

– Эйе, ул егет, ысынлап та, романтик булды. Танышҡан көндө ап-аҡ ҡына бүрек кейгән инем. Ҡыш булһа ла шуны әллә ҡайҙа бысратҡанмын. Күреп ҡалды ла, систереп, таҙарта башланы. Башым өшөмәһен тип, үҙенең бүреген кейҙерҙе. Аҙаҡ әрменән ҡайтҡас, бер конверт һуҙа. Эсен асһам, өс бөртөк сәс ята. “Иҫләйһеңме, танышҡанда бүрегемде кейгәйнең, – ти ул. — Шунда өс сәсең ҡалған ине. Уларҙы үҙем менән әрмелә йөрөтөп ҡайтарҙым...” Шулайтып та иҫемде китергәйне.

– Әле – Яңы йыл байрамдары. Бүләктәр мәле. Үҙенсәлекле, көтөлмәгән бүләк алғанығыҙ булдымы?

– Булды. Бер тапҡыр ит бирҙеләр. Эйе, күстәнәс итеп түгел, бүләк итеп тапшырҙылар – шуныһы ҡыҙыҡ. Аптыраным инде. Әммә яҡшы, бик кәрәкле бүләк!


Заһиҙә МУСИНА әңгәмәләште.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: