+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
19 Февраль , 10:00

"Фекерҙәре һай-һай!"

Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов “Һәнәк”тең баш мөхәррире булып эшләгән дәүерҙә журналдың тиражы 60 меңдән ашып китә. 9 ғинуарҙа 93 йәшен билдәләгән яҙыусы әле лә сафта, ижадтан туҡталғаны юҡ.

"Фекерҙәре һай-һай!"
"Фекерҙәре һай-һай!"

– Марат ағай, “Һәнәк”тә сыҡҡан тәүге юморескағыҙҙы хәтерләйһегеҙме?

– Әлбиттә! Уҡып йөрөй инем әле. Ҡалдырған әйберем сыҡмай ҙа сыҡмай. Редакцияға бер кил-гәндә яуаплы секретарь Зөлфәр Хис-мәтуллин ағайҙан хикәйәмдең яҙмы-шын белештем. Ул, алдында өйөлөп ятҡан ҡағыҙҙар араһынан минекен табып бирҙе. Ҡараһам, баш мөхәррир беренсе биткә “Фекере һай”, тигән имзаһын ҡуйған. Оҙаҡ уйлап торманым, Зөлфәр ағайҙан ҡәләм һорап алып тағы бер “һай” өҫтәп ҡуйҙым да әйберҙе уға тотторҙом. “Фекере һай-һай” тигән бит баш мөхәррир, оҡшатҡан, киләһе һанға бирербеҙ, тип ҡыуандырҙы ағайым. Ысынлап та, хикәйәм тиҙҙән журналда баҫылып та сыҡты.

– Үҙегеҙҙең юмор, сатира өлкәһендә эшләйәсәгегеҙҙе ҡасан аңланығыҙ?

– Мин мәктәптә уҡымаҫ элек таҡмаҡтар сығара инем. Малайҙар менән ҡапма-ҡаршы әйтешәбеҙ генә. Өлкәндәргә лә өлөш сығарам. Бер мәл әсәйем тултырма бешергәйне. Ниндәйҙер йомош менән беҙгә кергән Ғәлимә апайҙы ла өҫтәл артына ултырттылар. Мин шунда әйт тә һал:
– Беҙ ашайбыҙ тултырма, ә һин оҙаҡ ултырма!
Мине өҫтәлдән ҡыуып төшөрҙөләр. Сатира-юмор өсөн беренсе тәнҡит шунда эләкте.

– Ҡайһы сатириктарҙың, юмор оҫталарының әҫәрҙәре күңелегеҙгә яҡын?

– Сит ил яҙыусыларынан О. Генри ижадын яратам. Марк Твен, Ярослав Гашек, Карел Чапек, Михаил Зощенко, Аркадий Аверченко, Ильф һәм Петров та өлгө алырлыҡ яҙыусылар.

– Бөгөнгө юмор һәм сатираның кимәлен нисек баһалайһығыҙ?

– Гәзит-журналдар был жанрҙы иң аҙаҡтан, урын ҡалһа ғына бирә. Ә халыҡ иң беренсе уларҙы эҙләп табып уҡый, хәҡиҡәтте шунан эҙләй.
Заманалар үҙгәреп тора, ә мөнәсәбәт шулай ҡала килә. Етәкселәрҙе тәнҡитләмә, бөткәнме ни һиңә йыйыштырыусылар менән төнгө ҡарауылсылар, тигәйне миңә бер мәл обком секретары.
Әле лә тәнҡит өсөн трибуналар күп, әммә кимәл түбән. Ҡатын-ҡыҙ, ир тәбиғәте, эскелек, көнкүреш тематикаһынан башҡаны бик күрмәйҙәр. Кешелә түрәләргә яраҡлашыу, ҡурҡыу көслө, күптәр мәрткә киткәндәй битараф. Бер һүҙ менән әйткәндә, сатира һәм юмор ижад итеүселәргә эш етерлек.

Марат ӘМИНЕВ әңгәмәләште.

ОНЛАЙН

Эй, шаша ла һуң был вирус,
Тотоп тыйырлыҡ түгел,
Унан күргән фажиғәләр
Башҡа һыйырлыҡ түгел.

Ошо сирҙе берәй ерҙә
Йоҡтороуҙан шикләнеп
Күптәр өйҙә генә ята.
Ете ерҙән бикләнеп.

Егет килеш ятырғамы
Һөйөү уттары йотоп!
Күҙем төшкән ҡыҙға киттем,
Сәскә бәйләме тотоп.

Атламайым, осам ғына
Ятлап әйтер һүҙҙәрҙе.
Мине күреү менән ҡыҙҙың
Сырайҙары үҙгәрҙе:

– Шунда туҡтал! – тип ҡысҡыра,
Торам бер ни аңламай.
– Миңә метр ярымдан да
Яҡын килеү ярамай!

Күреп осрашыу хәүефле,
Сирҙәр китер көсәйеп.
Бар ил онлайнға күскән.
Беҙ ҙә шуға күсәйек.

Шулай иттек һәм туйҙы ла
Онлайн ғына үткәрҙек.
Ул өйөндә. Мин өйөмдә
Шампанский күтәрҙек.

Ҡатын бер көн хәбәр итә:
Теге онлайн туйҙан
Үҙе лә һиҙер-һиҙмәҫтән
Ауырға ҡалып ҡуйған.

Ғалимдарҙы әйтәм әле.
Мөғжизә тыуҙыралар.
Ҡатын-ҡыҙҙы онлайн ғына
Балаға уҙҙыралар.

Тыуҙы теге онлайн малай.
Тик шул тейә елеккә:
Ике тамсы һыуҙай оҡшаш
Күрше ерән егеткә.

Уйлай торғас, тиҙ төшөндөм
Был хәлдең сәбәбенә:
Оператор бутап баҫҡан
Кнопка һиҙәбенә.

Марат КӘРИМОВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Автор:
Читайте нас в