+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
19 Февраль 2023, 10:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Донъяла Һиндостан халыҡ һаны буйынса Ҡытайҙы уҙып киткән. Унда хәҙер 1 миллиард 417 миллион кеше йәшәй, ҡытайҙар 5 миллионға кәмерәк. Шулай ҙа иҡтисадтағы үҫеш буйынса ҡытайҙар менән бер кем дә ярыша алмай – бөтә донъяны үҙ тауарҙары менән тултырҙылар бит.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Үҙҙәренең етәкселәре лә сәйер: пенсияға сығыу йәшен кәметтеләр, бензинға хаҡтар арзаная. Йәнәһе, шулай итеп иҡтисадты йәнә нығыраҡ күтәрмәкселәр. Ҡыҙыҡтар инде, әйтәһе лә түгел.
Ишеттегеҙме әле яңы көләмәсте? Мәскәүгә тәү тапҡыр килгән ҡытайлы үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша икән:
– Ҡала оҡшай, тик бында кешеләр бик әҙ! Урамдар буш бит!
Беҙҙең ауылдарҙы күргән ҡытайлылар һәм һиндтар ни тиер ине икән? Аптырарҙармы, әллә охмахтың үҙе бит был тип күпләп күсенә башларҙармы? Халыҡһыҙ ҡалған ерҙәргә ерһеҙ халыҡтар килеп тула торған.

Рәсәйҙә

Депутат Соболев армияла һаҡал менән йөрөүҙең уставҡа ярашлы булмауы хаҡында белдерҙе. Уның фекеренсә, алғы һыҙыҡта йөрөүселәр ҙә үҙҙәрен тәртиптә тотоу өсөн биш минут ваҡыт табырға тейеш. Чечня етәксеһе Рамзан Ҡадиров депутатҡа мөһимерәк эштәр менән шөғөлләнергә тәҡдим итте. Бынан һуң Соболев әфәнде чечендарҙың һаҡалдарына бер ниндәй дәғүәһе булмауын белдерҙе. Аҡыл һәм хәрби оҫталыҡ эйәк аҫтында нимәлер үҫеү-үҫмәүгә һис тә бәйле түгел – һаҡалым менән ант итәм!

Башҡортостанда

Шаранда эштәр хайран икән! Бында бер юлы өс түрә эшһеҙ ҡалған. Райондың мәҙәниәт йорто директоры һәм китапханалар селтәре етәксеһе йәмғеһе 650 мең һумдан ашыу сумманы алдынғыларға премия рәүешендә таратҡан. Бәй, лайыҡлы булғас, алһындар әйҙә, тиһегеҙме? Шулайын шулай ҙа, тик алдынғылар исемлегендә был түрәләрҙең үҙҙәренең фамилияһы ғына, ти бит әле. Ә өсөнсө етәксе шәхси машинаһына бензинды дәүләт иҫәбенә генә ҡойорға ғәҙәтләнгән.
Был темаға ла көләмәс бар:
– Беҙ һәйбәт йәшәйәсәкбеҙ! – тип телмәр тота икән бер ҙур түрә.
– Ә беҙ? – тип һорай унан йыйылған халыҡ.

Автор:
Читайте нас: