+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
21 Февраль 2023, 13:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВАнан шаярыудиялар

Бер генә ҡараш атыуғаКүңеле һиҫкәнәме?Әллә ул минең барлыҡтыАлмаймы иҫкә ләме?             Гөлназ Ҡотоева. Иҫенә төшөр һин уның,Телефон бар ҙа һана!Контакттан эҙләп табайыҡ,Исемен әйтһәң, ҡана?

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВАнан шаярыудиялар
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВАнан шаярыудиялар

Ватсаптан яҙ, Телеграмдан,
Инстаграмда лайык ҡуй.
Онотам, тигән башына
Инеп сыҡмаһын да уй!

Бер генә ҡараш атма һин,
Һин уны ҡамалап ал.
Хәҙерге заман иренән
Шулайтып яһайһың мал.

***
Ҡайҙа, ҡасан тыуғанмын мин,
Нисә, ни хәл үлгәнем,
Һис белмәйем, тик шулай ҙа
Шүлгәндәлер бер йәнем.
                  Гөлнара Хәлфетдинова.

Амнезия түгел былай,
Былай ғына бер шиғыр.
Хистәремде теҙеп ҡуйһам,
Моғайын, шиғыр сығыр.

Эйе, Шүлгәндә тыуғанмын,
Таш быуат ахырында.
Мәмерйәлә тапҡан әсәм,
Илаһам, аҡырһам да,

Бәпләп тороусы булмаған,
Йөрөгәндәр һунарҙа.
Мамонт һөйрәп ҡайтҡан атам,
Бишешәр ҙә, унар ҙа.

ЗАГС-фәлән ҡайҙа ул саҡ,
Теркәү өсөн баланы?
Ҡайҙа-ҡасан тыуғанымды
Уҡығандар аңланы.


***
Авылга кайтып киләмен
Кояшлы көн таңында.
Кайтмыйча түзеп кара, син,
Сагын, сагын, сагын да.
                  Руслан Сөләймәнов.

Ауылға ҡайтмай ҡара һин
Һағын, һағын, һағын да.
Ит бөткән бит! Картуф бөткән,
Һөтө, майы тағын да.

Ауылға ҡайтмай ҡара һин,
Мунсаһыҙ тән кереккән.
Һағыныуы бер ни түгел,
Ҡайтамын бит кәрәктән.

Ауылға ҡайтмай ҡара һин
Һағын, һағын, һағын да.
Әсәй әйтә, пинсиәһе
Өҫтәлгән, ти, тағын да.


***
Түшемдә бер миҙал да юҡ,
Ордены ла биҙәмәй.
Шунда ялпылдап торорға,
Кейемемдең, исмаһам,
Юҡ эре бер һиҙәбе.
                   Ринат Сөләймәнов.

Булыр, ҡустым, сабырҙар ит,
Бер аҙ ғына сират бар.
Миҙал тағып ебәрергә
Әл дә әле ир-ат бар.

Шиғыры ул – мөһим түгел,
Нисек яҙһаң да була,
Уҡыған-тикшергән кем бар?
Яҙаһың – китап тула.

Яҙ ҙа сығар, яҙ ҙа сығар,
Тулып ятһын баш ҡалаң.
Нисек яҙһаң да, ҡартайғас,
Халыҡ шағирын алаң!
***
Боҙға ғына әйләнмәйек,
Икебеҙ – ике сиктә...
Үкһеҙ ҡалған йөрәктәрҙе
Иламаҫҡа өйрәттек тә...
Йәшәтәбҽҙ бит биктә.
                          Ғәлиә Кәлимуллина.

Боҙға ғына әйләнмәйек:
Быйылғы ҡыш туңдыра.
Башҡортостан түгел әллә,
Ғейверәт бер тундыра.

Боҙға ғына әйләнмәйек,
Ысҡындырсы йөрәкте.
Илленән уҙғас, был йөрәк
Тағы кемгә кәрәкте?

Ысҡындырсы... осһон әйҙә,
Эҙләп тапһын үҙеңде.
Эҙләп тапһын, алып ҡайтһын,
Былай ҙа күп түҙелде.

***
Һинең йөрәгеңә асҡыс табып,
Таныманым ҡай саҡ үҙеңде.
Минең һыҙланыуҙар – һинекеме,
Тәрән тойғо һынай түҙемде?
                        Лариса Абдуллина.

Яңылыш килеп индем әллә?
Асҡысы бит тап килде...
Буталып кителә шул ҡайсаҡ
Ҡайғыртып йөрөп илде.

Асҡыстарҙан күп нәмә юҡ:
Машина, эштән, өйҙән.
Йөрәгеңдең асҡыстарын
Элә торғайным сөйгә...

Шулай ҙа һорайым әле:
Тойғо һынай түҙемде?
Аңлатығыҙ әле миңә
Ошо яҙған һүҙемде.

Автор:
Читайте нас: