+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
25 Февраль 2023, 11:00

Даланлы

Минең бер таныш егетте, юғары белем алғас та, бер ойошмаға директор итеп ҡуйҙылар. Фырт ҡына кейенергә ярата, "иномарка"ла йөрөй. Даланлы инде, даланлы!

Даланлы
Даланлы

Эшкә урынлашып ике-өс көн үттеме, юҡмы, егетебеҙ бүлек мөдире менән баш бухгалтерҙы, тағы бер нисә кешене эшенән бушатҡан, ҡыуғанын ҡыуған…
Яңыраҡ тегене урамда осратып, танымай торҙом. Ябай машинаға ултырып алған был, кейеме лә ҡәҙимге генә.
– Һинме, түгелме, тием. Машинаңды яңыртҡанһың икән!? – тигән булам.
– Донъяла хәҙер шундай тенденция күҙәтелә, – тине ул, – уңышлы булыу өсөн затлы машинала елдереү ҙә, дәрәжә лә мөһим түгел. Иң мөһиме – маҡсатың булһын!
– Дөрөҫ! – тип ҡулын ҡыҫтым, артығын һорашып торманым.
Сөнки белә инем, танышым хәҙер директор түгел, ә ябай хеҙмәткәр. Директор сағында әшнәләрен эшкә алып, бергәләп аҡса “һеңдереп”, уңлы-һуллы тотоноп, ришүәт биреп, ойошманы саҡ банкрот итмәгәндәр. Еңел ҡотолған был! Даланлы инде, даланлы!

Тимербулат МӨХӘМӘТҠОЛОВ.

Автор:
Читайте нас: