Китапханала уҡыусыларҙы хеҙмәтләндергәнен ҡараһаң, аҡылың артып китер, бәлки. Шәфҡәт туташын ҡармаҡларға уйлаһаң, бигерәк шәп – укол ҡаҙатыр өсөн процедуралар кабинетына йөрөргә кәрәкмәҫ.
– Ҡоймам ҡолап бара, өй түбәһенән һыу аға.
– Бында кәләштең ни ҡыҫылышы, тот та үҙең йүнәт.
– Йүнәтер инем дә, бик йүнәтер инем. Кисә генә табиптан сыҡтым, ауыр күтәрергә ҡушманы. Бөгөн, әллә ҡан баҫымым юғары инде, баштан сыҙатмай. Бик эйелеп эшләп тә булмай. Эйе, эйе... күршене лә саҡыра алам ярҙамға. Әпәт тәки хәҙер кем рәхмәткә генә риза булһын. Ә минең эш хаҡы, үҙең беләһең, арттырып йыйып барыуға ла етмәй. Килдем әле, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хәҙер бокс менән шөғөлләнә башлаған икән, тип ишеткәс. Кем белә: миңә яҙғаны ошондалыр, бәлки. Өй эштәрен бергәләшеп эшләһәң, күңелле лә була бит. Шунда таҡта тотоп тороуға ла ярарамын әле. Ашарға тәмле бешерәм былай. Һәр кис үҙен ҡайнар аштарым менән ҡыуандырып торор инем. Кәтлиттәремде үҙең дә тәмләп ҡарағаның бар – маҡтай-маҡтай йыпырҙың бит, онотмағанһыңдыр? Ҡоймаҡҡа туҡыған ҡамырымдың бер төйөрө булһасы!? Һыйыр ҙа һауам, ағын тамсы ла әрәм итмәй эшкәртәм – ҡыш бауыры оҙон. Баҡса ла үҫтерә инем әле. Ҡойманың һынған таҡтаһы аша күршенең тауыҡтары инә башлағас, ҡул һелтәнем. Тәҙрә төбөндәге гөлдәремде күрҙеңме? Бөтәһе лә сәскә атҡан. Ошо арала яңы сорттарын яҙҙырып алырға торам. Тишек нәски кейеп йөрөгәнемде берәй ҡасан күргәнең бармы? Энә тота беләм. Керҙәремде генә үҙем йыумайым. Замана роботына ышанып тапшырам.
– Тимәк, һинең маҡсат...
– ...Йәрле булыу, дуҫ, парлы булыу! Ауыл осондағы магазинға ла икәү ҡултыҡлашып барыуы ни тора: бер эте лә, ҡаҙы ла, ҡолдорлоғон сыҡҡан күркәһе лә ҡурҡыныс булмаҫ ине!
– Алға!
Дилә СӘЛИХОВА.