-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
25 Февраль 2023, 13:00

"ҺӘНӘК"тең һынмаҫ һабы

Республика матбуғаттарында инде алты тиҫтә йылдарҙан ашыу ваҡыт Фәрит Рәмов тигән исем бар. 21 йәшенән гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙған егет бөгөн 85-те уҙған уҙаман, аҡһаҡал булып сығыш яһай. Ә “Һәнәк”тең ул һынмаҫ һабы – тоғро дуҫы.

"ҺӘНӘК"тең һынмаҫ һабы
"ҺӘНӘК"тең һынмаҫ һабы

– Фәрит ағай, ошо уҙған ижади йылдарҙа “Һәнәк” журналы һеҙгә “тәнҡитсе” тигән исем таҡтырманымы?

– Ниндәй генә исем таҡтырманы инде миңә “Һәнәк”... Жалобщик, ошаҡсы, янъялсы һәм башҡалар. Ә мине яҡшы белгәндәр тура һүҙле, дөрөҫлөктө яратҡан һәм ялағайлана белмәй торған кеше икәнлегемде таныны. Һәм мин үҙемде үҙем белдем. Шул етте миңә.

– Һеҙ бит журналист һөнәрен һайламағанһығыҙ...

– Һайламаным. Мин 42 йыл мәктәптә эшләнем. Ә инде баштан башлаһаң, бөтөнләй икенсе йүнәлештән киткәйнем. СССР-ҙа алты бөртөк кенә булған кинотехникумдарҙың береһенә уҡырға ингәйнем. Шаярып барып эләктем инде. Шунда уҡып бөтөп, Башҡортостанға йүнәлтмә менән ҡайтып төштөм һәм... бер ҡайҙа ла йәвитсә булманым. Мине эҙләгән, һораған кеше лә булманы. Шунан Юлдыбай мәктәбенә лаборант булып барып урынлаштым да, торараҡ рәсем һәм черчение уҡытыусыһы булып, унан университеттың филология факультетын тамамлап, педагог булдым да киттем. Кинотехникум белемем илап тороп ҡалды инде...

– Нисә төрлө матбуғатҡа яҙышҡанығыҙҙы һанағанығыҙ булдымы?

– Элегерәк матбуғат һандары, атамалары, ҡасан-ҡайҙа ниндәй материалдар һалыуым һәм ҡайҙарҙа сығыуы тураһында учет алып бара инем. Барыһы ла тәртиптә булды миндә. Һәм яҙған мәғлүмәтемде лә редакция хеҙмәткәре эшкәртеп, төҙәтеп ултырмаҫлыҡ итеп әҙерләй инем. Хәҙер ул яҡ бушаны... Олоғайтты.
Өйгә генә егерменән ашыу гәзит-журнал яҙҙырам һәм шунсаһына мәҡәләләр яҙам, унан тыш ауылда, мәктәптә, хәҙергесә әйткәндә, подписка менән шөғөлләнә инем, бер мәктәп уҡытыусылары араһында ғына “Башҡортостан уҡытыусыһы” кеүек баҫмаларҙы утыҙышар йыя торғайным.

– Мәҡәлә яҙыуға нимәләр сәбәпсе булды? Ниндәй темалар ҡыҙыҡһындырҙы һеҙҙе?

– Ниндәй мәҡәлә яҙһам да унан файҙа булырлыҡ итергә тырыштым. Шуға ла күберәк етешһеҙлектәр, уғрылыҡ-алдаҡты тәнҡитләү, битараф-лыҡты, йүнһеҙлекте сәнстереү, ялҡауҙарҙы һәпкә элеп алыу булды. Күп осраҡта урындарҙа халҡын һәм хужалығын ҡарамаған етәкселәргә эләгә ине. Һәм унан шуның осо үҙемә лә килеп етә. Әлеге сәбәптән төрлө наградаларҙан, премияларҙан төшөп ҡалам. Әммә яҙғандарымдың һөҙөм-тәһенә башҡалар ҡыуана.

– Совет идеологияһы менән бергә матбуғаттың да көсө кәмене, шул иҫәптән, “Һәнәк”тең дә, беләһегеҙ үҙегеҙ. Шулай ҙа сатира һәм юмор журналы бөгөн ниндәй функцияны үтәргә тейеш һеҙҙеңсә?

– Һаман да шул уҡ функцияны. Артыҡ ҡаты бәрелмәгән хәлдә лә, шулай уҡ етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләргә, уларҙан көлөргә һәм уҡыусыға яҡшы кәйеф бүләк итергә.

Сәйҙә ҒАРИПОВА яҙып алды.

СИРЛЕ ТРАМВАЙ

Йәмле июль айы. 21-се маршрутлы трамвайҙа (1042-се һанлы) ике телдә яңғыраған белдереүҙәрҙе тыңлай-тыңлай Йәшел сауҡалыҡ йүнәле-шендә елдерәбеҙ. Республика дауаханаһына етеү менән трамвайға кинәт әллә нимә булды ла ҡуйҙы. “Киров урамы” тукталышын “Революция урамы” тип пассажирҙарҙы шаҡ ҡатырһа, уныһына килеп етеү менән “Чернышевский урамы” туҡталышын, “Үҙәк баҙар”, торарак “Матбуғат йорто” туҡталышын, тағы әллә ниндәйҙәрен һанарға тотондо.
Аптырашта ҡалған пассажирҙарҙың ҡайһы берҙәре, бер-бер хәл булмаҫ элек тип, бараһы еренә етер-етмәҫтән трамвайҙан төшөп кала башланы. Сирле транспортка ултырып йөрөүе хәүефле шул.

Фәрит РӘМОВ.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: