+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
25 Февраль 2023, 17:00

Яҙыусылар донъяһынан

Яҡшы кәңәш – Фәлән Фәләновтың яңы китабы сыҡҡан. Шуны уҡыныңмы әле? – тип һорай Венер Исхаҡов.– Юҡ, уҡыманым. – тип яуапланым.– Уҡып сыҡ. Һиңә, бигерәк тә йәш прозаик кешегә, уны мотлаҡ уҡыр кәрәк.– Ҡуй, көлмә! Ағас тел бит ул! Әҫәренең башынан аҙағына еткәнсе буталып бөтәһең. Нимә әйтергә теләгәне лә аңлашымлай. Шуны уҡып, ваҡытымды әрәм итмәйем..

Яҙыусылар донъяһынан
Яҙыусылар донъяһынан

– Шуға әйтәм бит – уҡы китабын! Бына уның һымаҡ яҙырға ярамай икән тип ғибрәт алырһың!..

Халҡын уйлап

Бер төркөм яҙыусылар банкеттаң һуң ҡайтырға сыға. Автобус менән барырға булалар. Йәмәғәт транспортына килеп инһәләр, халыҡ шығырым тулы. Шул саҡ Рәмил Йәнбәк ҡысҡырып татарса йырлап ебәрә.
– Нимә эшләйһең ул? Шымыраҡ бул! – тип тынысландырырға маташа ҡәләмдәштәре.
– Күңел елкенә! Шуға йырлағым килә! – тип яуаплай ул.
– Ә ниңә улай булғас үҙ телеңдә – башҡортса йырламайһың? – тиҙәр аптырашып. Йәнбәк яуапты тиҙ таба:
– Башҡорттар иҫереп йөрөй икән тип уйламаһындар!..

Иртә... Һуң...

Етәксе вазифаһына кемделер тәғәйенләү тураһында һүҙ сыҡҡан. Берәү йәш егетте тәҡдим иткән.
– Ул әле йәш бит. Яңы 30-ы тулған. Иртәрәк уға... Әлегә кабинетта баш баҫып эшләй бирһен, — тигән үрҙәгеләр.
Йылдар үткән. Йәнә етәксе вазифаһына тәғәйенләү мәсьәләһе килеп тыуған. Был юлы теге кеше үҙенең кандидатураһын тәҡдим итергә булған.
– Һ-ы-ы... Һиңә пенсияға ла күп ҡалманы бит әле. Хәҙер һуң бит инде. Йәштәргә юл бирергә кәрәк, — тип яуаплағандар.

Һуңғы китап

Дәүләт нәшриәтендә шундай яҙылмаған ҡанун бар: яҙыусының китабы биш йылға бер баҫыла. Әҫәрең ташҡа баҫылып, таралып бөтһә лә, биш йылды көтәһең. Бер заман нәшриәткә оло йәштәге шағир ҡулъяҙмаһын килтергән.
– Ағай, китабыңды әле генә сығара алмайбыҙ. Тегенеһе донъя күргәнгә яңы ике йыл үтте, — тигәндәр уға. — Тағы өс йыл көтәһең инде...
– Юҡ, туғаным, өс йыл көтөп булмаҫ инде. — Ҡулъяулығы менән күҙ йәшен һөртөп алған шағир. — Минең һәр көнөм һанаулы, һаулыҡ хөрт, йөрәк насар эшләй. Был минең һуңғы йәйем, күрәһең. Үҙ хәлемде үҙем яҡшы беләм. Мин үлгәс, ул китап сыҡты ни, сыҡманы ни! Уның ни ҡыҙығы бар. Ошо шатлығымдан мәхрүм итмәгеҙ иҫән сағымда, һуңғы китабымды баҫтырығыҙ инде...
Нәшриәттә эшләгәндәрҙең йөрәгенә үтеп ингән был һүҙҙәр. Оло кешенең хәленә ингәндәр. Шулай итеп, пландан тыш ағайҙың шиғри йыйынтығын сығарғандар. Бер йыл үткәс, теге шағир йәнә нәшриәттең ишеген шаҡыған. Был юлы ул иҫтәлектәр китабының ҡулъяҙмаһын алып килгән.
– Ҡустылар, хәлдәрем бик хөрт, яңы ғына дауахананан сыҡтым, — тигән ул, йөрәген тотоп. — Миңә йәшәргә күп ҡалманы. Бына ошонда яҙылған иҫтәлектәрем халҡыма һуңғы һүҙем булып етһен ине.
Инде икенсе мәртәбә уның “һуңғы” китабын сығарырға ашыҡмағандар.
– Ағай, беҙ үҙ һүҙебеҙҙә торҙоҡ, китабыңды тиҙләтеп сығарҙыҡ. Ә һин үҙ һүҙеңдә торманың бит, — тип яуаплағандар уға.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: