+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
27 Февраль 2023, 14:00

Бушлай бит!

(Ҡомһоҙҙоң ҡолағына) «Район хакимиәте, ауылда йәшәүселәрҙең тормош шарттарын еңеләйтеү маҡсатында, федераль программаға ярашлы, эш бирсәткәләре тарата. Ярҙам менән өйөн утын менән йылытыусы, ун баштан артыҡ мал тотоусы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҡуллана ала. Бының өсөн ғариза менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бирсәткә бушлай бирелә».

Бушлай бит!
Бушлай бит!

Ошо эстәлекле иғлан күреп ҡалғас, Рушан, әйтерһең, аҡылдан яҙҙы. Бушлай бирелгән әйберҙән ҡолаҡ ҡағырға ярамай! Ҡасан тағы ул дәүләттән ярҙам алып ҡала алыр? Шуға ла бар эштәрен ташлап, ауыл хакимиәтенә йүнәлде. Маҡсаты – ун баш мал тотоуы тураһында белешмә алырға.
– Биш һарығым, ике һыйырым, ике быҙауым бар, – тип ул силсәүиттә тейешле ҡағыҙ талап итте.
– Һуң ун баш мал тигәндәр бит!
– Бер һарығымды теге юлы һуйҙым! Уны ла иҫәплә! Бушлай бирсәткә биргәндәрен белгән булһам, һуймай торор инем!
Юҡ-барын ҡуймай, Рушан тәки кәрәклене алып сыҡты. Артабан район үҙәгенә газ компанияһына юл тотто. Сәғәттән ашыу сиратта тороп, участкаһына газ үтмәүе тураһында белешмә алды.
“Ҡатынды тыңлап, был йәй газ үткәргән булһам, быныһы ла булмаҫ ине”, – тип ҡыуана-һикерә “МФЦ”-ыға килеп инде. Унда төшкө аш ваҡыты булып сыҡты. Шулай ҙа Рушандың ниәте ныҡ. Шығырым тулы халыҡ араһында сиратын көтөп алып, килеме тураһында ҡағыҙ алды. Беренсе тапҡыр ауылда эш булмауына шатланып та ҡуйҙы. Хәҙер, ҡыйыу атлап, район хакимәтенә барып инде. Сәркәтип өҫтәленә “шап” иттереп кәрәкле белешмәләрҙе һалып, ғариза яҙҙы. Бирсәткәне аҙналап көтөргә тура килер тип уйлаһа ла, шунда уҡ тоттороп сығарғастар, бәхетенән күккә осорҙай булды.
“Бушлай алынған нәмә әллә нисә тапҡыр нығыраҡ ҡыуандыра икән!” – тип һөйөндө Рушан, өр-яңы бирсәткәләрҙе һыйпап.
Ауылына барып төшкәс тә, ул тура магазинға юлланды.
“Мә, һатыуға һал! Хаҡы – 200 һум!” – тип бирсәткәләрен һатыусыға һуҙҙы. Үҙенә кәрәкмәһә лә, башҡаларға кәрәгер, тип уйланы ул. Бөгөн Рушандан ҡәнәғәтерәк кеше юҡ донъяла. Көнө бушҡа үтмәне: буштан ике йөҙ һум эшләне!

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас: