+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
9 Март 2023, 10:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Донъяла Төркиә һәм Сүриәләге ер тетрәүҙәр 50 меңләп кешенең ғүмерен алып китте. Был хәлдең таңғы сәғәт биштәр тирәһендә булыуы арҡаһында, ҡорбандар һаны ифрат күп. Әлбиттә, йоҡоға талған халыҡ бер нисек тә әжәлдән ҡотола алмай.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Белгестәр фекеренсә, күп ҡатлы йорттарҙың минут эсендә емереклектәргә әйләнеүенең йәнә бер сәбәбе бар. Төҙөүселәр тейешле технологияларҙы үтәмәгән, аҡсаны янға ҡалдырыу ниәте менән, материалдарҙы экономиялаған. Һөҙөмтәлә, хатта былтыр төҙөлгән күп ҡатлы йорттар тулыһынса ишелеп төшкән. Чиновниктарҙың һәм төҙөүселәрҙең үҙ-ара килешеүе, тәүгеләренең етешһеҙлектәргә күҙ йомоп ҡарауы ошондай эҙемтәләргә килтергән. Коррупция тип атала был хәл.
Ярай әле, Рәсәйҙә ер тетрәмәй. Беҙҙәге чиновниктар һәм эре төҙөлөш ойошмалары етәкселәре лә аҡсаны ныҡ ярата.

Рәсәйҙә

Беҙҙең илдең үҙ юлы, үҙ көйө тип һөйләргә яратабыҙ. 8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө Рәсәйҙә генә ҙур байрам итеп ҡабул ителә. Йыл буйы арманһыҙ булып донъя көткән, карьера үрҙәрен уңышлы яулаған ханым, яҡшы әсәй, һөймәлекле ҡатын, йомарт өләсәйҙең бер көн булһа ла иғтибар һәм һөйөү менән тулы мәлгә хоҡуғы бар, әлбиттә. Ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге роле йылдан-йыл арта, улар бығаса ирҙәрҙеке тип һаналған водитель, летчик, шахтёр, иретеп йәбештереүсе һәм башҡа һөнәрҙәрҙе үҙләштерҙе. Балалар тәрбиәләүҙә, ғаилә усағын һаҡлауҙа төп ролде башҡарыуҙы дауам итһәләр ҙә, сәйәсәттә, иҡтисадта, хәйер, бөтә өлкәләрҙә лә ир-аттан кәм эшләмәйҙәр.
Ҡатын-ҡыҙ президент итеп һайланған илдәр һаны ла арта бара. Белгестәр фекеренсә, гүзәл заттар күберәк идара итһә, донъяла һуғыштар, ыҙғыш-тартыштар әҙерәк буласаҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙ проблемаларҙы тыныс юл менән хәл итеү өсөн бар көсөн һала, иң башта балаларының яҙмышы хаҡында уйлай бит ул. Әле Рәсәйҙә 78 миллион ҡатын-ҡыҙ (барлығы 145 млн.) йәшәй, был иһә ил халҡының 54 проценты тигән һүҙ.
Байрам менән, әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡыҙҙар! Һеҙгә мөхәббәтле тормош, яҡындарығыҙҙың һөйөүен, күгегеҙҙең аяҙ булыуын һәм “Һәнәк”тән бер ҙә айырылмауығыҙҙы теләйбеҙ!

Башҡортостанда

Республикаға тиҙҙән зубрҙар килтерәсәктәр.  Был хайуандар беҙҙә үҙҙәрен нисек тойор, өйрәнеп китерҙәрме, уларҙың бит беҙҙең тәбиғәт шарттарында йәшәгәне юҡ, тип ҡыҙыҡһына уҡыусыларыбыҙ. Өйрәнерҙәр, Башҡортостанға кемдәр генә килмәй, берәү ҙә зарланмай бит. Ҡыҙыҡ, крокодил, фил, дөйә, юлбарыҫ, кенгуру кеүек йәнлектәрҙе лә еребеҙҙә күрергә насип булырмы икән?

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: