+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
17 Март 2023, 13:00

Мар.СӘЛИМ Мысырҙан өшөп ҡайтҡан

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Һәнәк” журналының 1980-2010 йылдарҙағы мәшһүр баш мөхәррире Марсель Сәлимов Мысырҙа Евразия халыҡтары ассамблеяһы көндәрендә Бөтә донъя яҙыусылары ойошмаһын булдырыу тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйған. Һәнәк ағайыбыҙға был мөһим документҡа ҡул ҡуйыу өсөн Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәгә осорға тура килгән. Марсель Шәйнур улына ошо сәфәргә ҡағылышлы һорауҙар бирҙек.

Мар.СӘЛИМ Мысырҙан өшөп ҡайтҡан
Мар.СӘЛИМ Мысырҙан өшөп ҡайтҡан

Унда эшлекле сәфәр сиктәрендә барҙығыҙмы?

– Эйе, шулай тип әйтергә мөмкин. Әллә ни эш ҡырмаһам да, диңгеҙ буйында ҡомда ҡыҙынып ятманым. Евразия кинофестивале менән “ЛИффТ” әҙәбиәт фестивалендә ҡатнашырға ла, Евразия халыҡтары ассамблеяһы Генераль Советының киңәйтелгән ултырышында ултырырға ла, Ҡаһирә халыҡ-ара китап йәрминкә-күргәҙмәһендә “Алтын кеше” (Мәскәү, 2021) тигән йыйынтығымдың исем туйын үткәрергә лә, ижади осрашыуҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә сығыш яһарға ла, Башҡортостандағы әҙәбиәт һәм мәҙәниәт яңылыҡтары тураһында һөйләргә лә, хатта шаян шиғырҙар уҡырға ла форсат таптым.

– Унда “Донъя яҙыусыларының тере антологияһы” исемле видео-китаптың презентацияһы ла булған икән.

– Булды шул. Күренекле шағирҙарҙың шиғырҙары рус һәм инглиз телдәрендә яңғыраны. Мин ни, әлбиттә, “Һәнәк”тә баҫылған мәҫәлдәремде уҡыным.
– Тимәк, “Һәнәк”тә донъя күргән әҫәрҙәрҙең сифаты донъя кимәлендә.

– Әтеү!

– Һеҙ унда ниндәйҙер “вау” ойошторғанһығыҙ, тип ишеткәйнем. Дөрөҫ хәбәрме был, ғәйбәтме?

– Дөрөҫ вә һәйбәт ғәйбәт! Илленән ашыу илдең ҡәләм оҫталарын берләштергән Бөтә донъя яҙыусылар ойошмаһы (WOW) төҙөү тураһында меморандум ҡабул ителде. Инициатива төркөмө составында мин дә уны әҙерләүҙә ҡатнаштым һәм ҡул ҡуйҙым.

– Иренмәйһегеҙ ҙә инде, Һәнәк ағай. Бер нисә ҡағыҙға ҡултамға ҡуйыр өсөн меңдәрсә саҡырым юл үткәнһегеҙ.

– Автограф алырға килгәндәрен көтөп ятып булмай бит, шуға үҙем киттем. Барыуым яҡшы булды, бер ыңғайҙан Гизалағы Хеопс пирамидаһын да күреп ҡайттым. Бына, ҡарағыҙ фотоға: пирамида – ҡул һуҙымында ғына!

– Мысырҙа уҡыусылар менән осраштығыҙмы?

– “Россотрудничество” агентлығының Мысырҙағы вәкиллеге ойошторған ижади кисәмдә шундағы халыҡ менән “тере” осрашыу булды. “Рус йорто”ноң китапханаһында сығыш яһап, “Һәнәк”тә баҫылған юморескамды уҡығайным, бер ханым көлмәй генә әйтә бит миңә, малай. “Һеҙҙең был әҫәрегеҙҙе “Һәнәк”тән уҡып, көлөп туйғайныҡ инде!” – ти. Бынағайыш, беҙҙеңсә аңлайҙар икән дәһә. Баҡһаң, ҡасандыр Рәсәйҙә тыуып үҫкән, унан Мысырға күскән һәм әле шунда эшләүсе вә йәшәүсе кешеләр йыйылған икән. Араларында элек “Һәнәк” уҡыған, хатта алдырғандары ла бар. “Рус йорто”ноң директоры Марат Ғатин иһә Татарстанда тыуған зыялы татар туғаныбыҙ булып сыҡты. Китапхананың уҡыу залдары иркен һәм матур, китаптары ла күп. Мин уларға үҙебеҙҙең гәзит, журналдарыбыҙҙы, башҡорт, татар, урыҫ, инглиз һәм болгар телдәрендәге китаптарымды бүләк иттем. Ә “Алтын кеше”мде атаҡлы Александрия китапханаһына тапшырҙым.

– Афарин! Йылы ҡабул иткәндәрҙер бындай шәп бүләктәрҙе.

– Йылы, йылы! Осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр һәм башҡа әҙәби-мәҙәни саралар бик йылы мөнәсәбәттә уҙҙы.

– Әйткәндәй, Ҡаһирәлә көндәр нисек? Йылымы?

– Көндөҙ урамда йылы. Төнөн бүлмәлә һыуыҡ. Ҡунаҡханала йылытҡыс-мейес тә юҡ. Өшөттө, малай, мин һиңә әйтәйем...

– Йылытманылармы ни? Исмаһам, йөҙ грамм һалып...

– Ҡайҙа ул! Ғәрәп туғандар йылыныуҙың ундай ысулын бөтөнләй белмәй. Ысын мосолман бит улар. Шайтан һыуын ауыҙҙарына яҡын да килтермәйҙәр.
– Үәт ҡыҙыҡ! Африкаға барып, өшөп ҡайт инде!

– Уның ҡарауы, ҡайтыу менән йылындым. Өфө аэропортынан туп-тура “Һәнәк” журналының һуғыштан һуңғы тәүге мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуған ауылы Миңештегә алып киттеләр. Бөйөк һәнәктәш-ҡәләмдәшебеҙҙең 105 йыллыҡ юбилейына. Дүртөйлөләр булдыра – яҡшы эшләргә лә, байрам итергә лә ҡулдарынан килә. Тыуған яғыма ҡайтып, мин дә йылындым, ниһайәт.

– Шәп! Инде Һеҙгә, һис ҡартая белмәгән еңел аяҡлы Һәнәк ағайыбыҙға, ҡайнар рәхмәтебеҙҙе әйтеп, изге теләктәребеҙҙе еткерәһе генә ҡалды.

– Хуп мәйле! Һеҙ ҙә ҡартаймағыҙ.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.
Хәлид Шәриф фотолары.

Мар.СӘЛИМ Мысырҙан өшөп ҡайтҡан
Мар.СӘЛИМ Мысырҙан өшөп ҡайтҡан
Автор:
Читайте нас: