+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
17 Март 2023, 16:00

Миләүшә Ҡаһарманова "ҺӘНӘК"һеҙ ҡалдымы?

Журналдың баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова икенсе эшкә күсте, тигән хәбәр республиканы гөжләтте. Ҡыҙыҡһыныусылар күп. Уҡыусыларыбыҙҙың был ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәйек әле, тинек. – Миләүшә Саяғәфәровна, “Һәнәк” һеҙһеҙ ҡалдымы, һеҙ “Һәнәк”һеҙме? Журналдағы дәүер нисек үтте? Ниндәй яҡты иҫтәлектәр һаҡлаясаҡһығыҙ? Яңы эш урынығыҙҙа нимәләр менән шөғөлләнәсәкһегеҙ?

Миләүшә Ҡаһарманова "ҺӘНӘК"һеҙ ҡалдымы?
Миләүшә Ҡаһарманова "ҺӘНӘК"һеҙ ҡалдымы?

– Юҡ, “Һәнәк”һеҙ ҡалыу юҡ. Мин журналға ныҡ эҫенеп өлгөрҙөм. Бында әҙәбиәттең юмор жанры менән яҡындан таныштым һәм әллә күпме авторҙар туплап өлгөрҙөм. Шуға артабан да журналдың эстәлеге өсөн яуаплылыҡ тотам. Эшләшәсәкмен, материалдар йыйышасаҡмын, яҙышасаҡмын.
Әле юлланған урыным да шул уҡ әҙәбиәт менән бәйле. Әҙәби мираҫты һаҡлаусы һәм халыҡ хәтерендә яңыртып тороусы ойошма ул – Әҙәбиәт музейы. Ижтимағи-мәҙәни феномен, мәҙәни тәжрибәләрҙе күрһәтеүсе һәм һөйләүсе, яҙыусыларҙың рухи ҡомартҡыларын мәңгелләштереүсе учреждение. Беҙ бөгөн ошо байлыҡты маҡсатлы идеологияларҙа ҡулланырға һәм киң тамашасыға сығарырға бурыслы. Әҙәби тарих уҡыусыларын көтөп кенә ятырға түгел, ә үҙе уларға ҡаршы атларға бурыслы.

– Яҙ һеҙгә нисек тәьҫир итә?

– Тәбиғәткә иткән кеүек үк. Иретә, хисләндерә, башты әйләндерә, сәскә аттыра... Һәм хатта ғашиҡ итеренә лә өмөт бар.

– Әйткәндәй, һөйөү һүҙҙәрен йыш ишеттерәләрме һеҙгә?

– Йыш, тип тантана итә алам. Халыҡ араһында йөрөгәндә, төрлө йәштәге апайҙар һәм ағайҙар, ҡыҙҙар йәки егеттәр, тартынып ҡына килеп “Мин һеҙҙе (йәки һине) яратам” тип шыбырлап китәләр. Ошо һүҙҙе һәр осрашыуҙа тигәндәй өс-дүрт кешенән ишетәм. Интернет аша көн дә алам шундай хисле хаттарҙы. Был һүҙ мине үҫтереп ебәрә, ҡанат ҡуя. Мин дә уларға ихлас яуаплайым: мин дә һеҙҙе яратам!

– Йәмәғәт донъяһындағы эшмәкәрлек яҙышыуға ҡамасауламаймы? Уҡыусыларығыҙ бит әҙәби төркөмөгөҙҙә лә, эшкә бирелеп, хикәйәләр ижад итеүҙе туҡтатып ҡуймағыҙ, тип яҙа.

– Яҙышыу өсөн махсус шарттар кәрәкмәй миңә, ни хәтлем ҡайнап йөрөйөм, шул тиклем илһам да әүҙемләшә һымаҡ. Яҙышам, тип ял алып ултырһам – булмай, йә йоҡо килә, йә ашағы, тигәндәй...

– Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатын-ҡыҙҙарға изге теләге була торған булһа, нимәләр әйтер инегеҙ?

– Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерҙе бөтәһе лә теләшә, шулай бит? Бәхетте лә... Мин ҡатын-ҡыҙҙарға үҙҙәрен яратып өйрәнергә кәңәш итер инем. Йәғни, матурлыҡҡа, сәләмәтлеккә, ялға ваҡыт бүлеп. Әрһеҙ эш атына, ғаилә ҡолона, баҫымсаҡ, хоҡуҡһыҙ, ихтыярһыҙ йән эйәһенә әйләнмәҫкә. Һеҙ үҙегеҙҙе ярата һәм тейешле кимәлгә ҡуя белһәгеҙ, ир-егеттәр ҙә, балалар ҙа, дуҫ-туғандар ҙа шулай ҡараясаҡ, шулай ҡабул итәсәк.

Марат МӨХӘМӘТОВ һөйләште.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: