-25 °С
Болотло
75 лет Победы
“ҺӘНӘК”кә яҙыл һәм бүләкле бул!
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
17 Март , 15:00

Юбилей менән!

Телефон зыңғырлап шылтыраны. Мыжый-мыжый йоҡлап киткән әсәһе уянып ҡына ҡуймаһын тип, Зәмирә, бар эшен ташлап, трубканы күтәрҙе. – Кафия Агзамовна? – теге остан ҡатын тауышы яңғыраны. – Юҡ. Ҡыҙы мин. Һеҙ кем? – Мин район хакимиәтенән. Кафия Агзамовнаны саҡырығыҙ әле. – Ул йоҡлай, ауырый бит. Нимәгә ул?

Юбилей менән!
Юбилей менән!

– Иртәгә уға район хакимиәте башлығы килә. Кафия Агзамовнаны 100 йәше менән ҡотлаясаҡ. Әҙер тороғоҙ.
– Уның юбилейы ярты йылдан ғына бит. Ниндәй ҡотлау, ти?
– Башлыҡтың иртәгә генә ваҡыты бар. Әҙерләнегеҙ.
– Аһ-аһ...Нисәлә килә ул? – Зәмирә һорап өлгөрмәне, бәйләнеш өҙөлөп ҡалды.
Был һөйләшеүҙән һуң Зәмирәләрҙең өйө ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләп китте. Ике ҡыҙына шунда уҡ йортто ялтыратҡансы таҙаларға, йыуырға тигән әмер бирелде. Иренә ишек алдын рәтләргә ҡушты, ерҙә ятҡан ҡыйҙарҙы бөртөкләп сүпләтте. Үҙе аш-һыу бешерергә тотондо. Һуғымдарының иң майлы итен, ҡаҙы-тултырмаларын ҡараны, яңынан икмәк һалды, сәк-сәк, бауырһаҡтарын бешерҙе, баҙына йәшереп ҡуйған ҡиммәтле коньягын да сығарҙы.
Йүгерешкән аяҡ тауыштарына Ҡафиә әбей ҙә уянып китте. Ыһ та ыһ килеп саҡ әйләнеп ятты. Һуҡырайған күҙҙәрен ҡайҙа төбәргә белмәй, өй буйлап йөрөттө лә, тороп маташты.
– Ҡайҙа тороп бараһың, әсәй? Ят! – Зәмирә ҡамырлы ҡулдарын сепрәккә һөртә-һөртә эргәһенә килде. – Иртәгә район башлығы килә, һине юбилей менән ҡотлайҙар.
– Ә? – тине әбей.
– Баш-лыҡ ҡот-лар-ға ки-лә!
– Ҡотларға?
– Эйе. Шуға тик ят, эш күп!
Һүҙҙәрен ишетмәһә лә, интонацияны аңлап өйрәнгән әбей түшәгендә тик ятырға мәжбүр булды.
Иртәгеһенә таң менән Ҡафиәне ятҡан урынынан һөйрәп тиерлек торғоҙоп, матур күлдәк кейҙереп, урын-ерен алмаштырҙылар. Унан, күп тә үтмәй, өйҙө тултырып ҡунаҡтар килеп инде: башлыҡ, уның урынбаҫары, силсәүит башлығы, хәбәрсе, фотограф...
– Әсәй! Тор! Килделәр! – Зәмирә әсәһенең ябынып ятҡан юрғанын тартып алып, әбейҙе торғоҙоп ултыртты.
Әзмәүерҙәй башлыҡ кибеп бөткән ҡарсыҡ эргәһенә лап итеп ултырып алды:
– Ни хәлдәһең, Ҡафиә апай? – тип уҫлаптай ҡулдары менән әбейҙең арҡаһынан һөйҙө.
– Ни хәл-дә-һең, ти, – тип ауыл хакимиәте башлығы әбейҙең яҡшыраҡ ишеткән һул ҡолағына ҡысҡырҙы. – Насар ишетә, – тип башлыҡҡа ҡарап өҫтәне.
– Ә... Аллаға шөкөр, – тип әбей, бер нәмә ишетмәһә лә, баш һелккән кеше булды.
– Юбилейың менән! Тағы шул тиклем үк йәшә! – тип башлыҡтың һыға ҡосаҡлауынан һөйәктәре шытырлап китте. – Фәрит, бүләк!
Урынбаҫары шунда уҡ тотоп торған юрғанын башлыҡҡа һуҙҙы. Башлыҡ, бүләкте ҡулына алыуы булды, йөҙөнә үҙенән-үҙе, автоматик рәүештә, йылмайыу һуҙылып, камераға ҡараны. Камера, шул ғына ҡарашты көткәндәй, ялт-йолт килеп фотоға төшөрҙө. Әбей ялтырауҙан, күҙҙәрен, ҡайҙа ҡуйырға белмәй, сем-сем итеп йомғосланы.
Кадрҙар әҙер булғас, ҡунаҡтар инәлтмәй генә табын артына ултырҙы. Ә Зәмирә әсәһенә:
– Ят, арығанһың! – тип урынына йығып һалды ла, ҡунаҡ һыйларға сығып китте. Ул арала хәбәрселәр, фотографтар интернет тултырып юбилярҙы ҡотлап, иң йылы теләктәрен теҙҙе, йөҙйәшәрҙең тормош юлына күҙәтеү яһаны.
Юбилей шау-гөр килеп бер нисә сәғәттән генә тамамланды. Инәйгә һаулыҡ теләп, нисә тост әйтелгәндер, билдәһеҙ. Әммә ҡотлауға килеүселәр өйҙән бик ҡәнәғәт килеп сыҡты. Ҡунаҡтарҙың таралыуын һауа иркенәйеп ҡалыуынан аңлап ҡалған Ҡәфиә ҡарсыҡ урынынан күтәрелә биреп ҡыҙынан ипләп кенә:
– Ҡунаҡ килдеме шул? Был ирҙәр кем булды ул? – тип һорап ҡуйҙы...

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас в