+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
18 Март 2023, 10:00

Шакир НАСИРОВтың тыуыуына – 110 йыл (1913-1968)

1913 йылдың 6 мартында Ғафури районы Ибраһим ауылында тыуған Шакир Насиров заманында әҙәбиәт дәреслектәренә индерелгән “Һыңар ҡолаҡ Хисами”, “Серле ҡая” кеүек мауыҡтырғыс хикәйәләре, ғәжәйеп халыҡсан юморескалары, республика сәхнәләрендә шаулап барған пьесалары менән күңелдәрҙә һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, орден һәм миҙалдар менән наградлана. Заманында ул “Һәнәк” журналында яуаплы сәркәтип, бүлек мөдире була, Яҙыусылар союзының проза секцияһын етәкләй. Ул ябай ғына тормош күренештәренән фәһемле юморескалар, уймаҡ хикәйәләр ҡойоп ҡуйыу оҫтаһы ине. Илле биш йәшендә генә вафат булыуы әҙәбиәтебеҙ өсөн оло юғалтыу булды.

Шакир НАСИРОВтың тыуыуына – 110 йыл (1913-1968)
Шакир НАСИРОВтың тыуыуына – 110 йыл (1913-1968)

Уйламай һөйләгән...

(Уймаҡ хикәйә)

Кескәй малайым менән күрше ауылға баҙарға барғайным. Дуҫ-иш менән булып, һуңғараҡ ҡалғанмын. Кискә табан ғына етәкләшеп ҡайтып киттек. Юлда беҙҙе сельпо машинаһы ҡыуып етте.
Ай, бәхет бар икән, тип ҡулымды күтәрҙем. Теге шофер, мәлғүн, ҡыҙмаса булып алған, ахырыһы, «выжт» иттереп кенә үтте лә китте. «Ах, шулаймы, мин һине бейетермен әле, бейетермен әле иртәгә, сусҡа малай», – тип туҙып алдым. «Кемде бейетәһең, атай?» – тип һорай улым. «Анау сусҡаны. Шоферҙы. Тик онотмаһам ғына ярар ине», – тип ярһыным.
Иртән иртүк малайым мине уятып ята: «Атай, онотманыңмы? Бейетәһеңме?» – ти. «Ярар, ярар, онотманым», – тием.
Ә йоҡонан тороуыма инде улым: «Атайым бөгөн сусҡа шоферҙы бейетә, мәрәкә була», – тип яу һалып йөрөй. Шунан һуң көн һайын: «Бейеттеңме, атай?» – тип теңкәмә тейеп бөттө бит. Ахырҙа ҡотолайым бынан тип: «Бейеттем, бейеттем», – тинем. «Һәйбәт бейейме, атай?» – ти улым. «Йә, ташла әле, күп һөйләйһең», – тип бырхытып алдым.
Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән, ти бит.

Шакир НАСИРОВ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: