+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
6 Май 2023, 10:00

ҺӘНӘК күҙлегенән

Донъяла Англия ғалимдары үҙенсәлекле тәжрибә үткәргән. Алтмышлап компания хеҙмәткәре алты айға дүрт көнлөк эш аҙнаһына күскән. Өс меңләп кеше оҙайлы ваҡыт көнө-төнө күҙәтеү аҫтында булған. Йөҙәрләгән ғалимдың ярты йыл буйына һуҙылған, ҙур сығымдар талап иткән хеҙмәте ниндәй һөҙөмтә биргән һуң? Баҡһаң, өҫтәмә бер көн ял хеҙмәткәрҙәрҙе бәхетлерәк итә икән!

ҺӘНӘК күҙлегенән
ҺӘНӘК күҙлегенән

Ғәфү итегеҙ, бындай һығымта яһар өсөн ниңә шул тиклем көс һәм сығымдар түгергә кәрәк булды һуң? Әлбиттә, ялы күберәк булған һайын, кеше бәхетлерәк була инде, 1-се класс уҡыусыһы ла быға ошолай яуап бирер ине.
“Һәнәк”тең һығымтаһы былай: Британия ғалимдары фән өсөн файҙаһыҙ, кеҫә ҡалынайтыр өсөн үтә табышлы тикшеренеүҙәр үткәреүҙә донъяла бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәй.

Рәсәйҙә

Илдең көньяҡ төбәктәрендә инде күптән яҙғы баҫыу эштәре бара. Ауыл хужалығы һуңғы йылдарҙа технологик йәһәттән үҫешкән тармаҡҡа әүерелде. Әлбиттә, бөтә урында ла түгел, ҡеүәтле, финанс йәһәттән көслө агро-предприятиеларҙа. Мәҫәлән, Краснодар крайындағы “Агрокомплекс” хужа-лығының һөрөнтө ерҙәре миллион гектарҙан ашып китә – илдә был күләмдә ер биләүселәр юҡ. Уның етәксеһе – Рәсәйҙең элекке ауыл хужалығы министры Александр Ткачёв. Унан алдараҡ ошо вазифала эшләгән Алексей Гордеев та үтә бай кешеләрҙән һанала. Хатта уның улы ла 23 йәшендә ҙур компанияларға идара иткән. Аҡыллынан аҡыллы тыуа шул.
Башҡортостанда ла йыл да рекордлы уңыш алған, һәр йәһәттән өлгөлө хужалыҡтар байтаҡ. Әйтәйек, Калинин исемендәге хужалыҡтың ерҙәре Стәрлетамаҡ районында ғына 30 мең гектар самаһы тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: республиканың 15-ләп районының был тиклем ере юҡ. Агропредприятиеға республиканың элекке ауыл хужалығы министры Николай Коваленко етәкселек итә. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ошондай ғәжәп хәлдәр күҙәтелә.
Бәлки министрҙарҙы йышыраҡ алыштырып торорға кәрәктер? Бай кешеләр күберәк булған һайын ил дә ҡеүәтлерәк була бара түгелме?

Башҡортостанда

Әбйәлилдән күптәнге дуҫыбыҙ шылтыратып, апрель айында мотлаҡ рәүештә ураҙаны теүәл генә тотоп бөтөрөргә, улының никахын тейешенсә үткәрергә һәм “Һәнәккә” яҙылырға йыйыныуын әйтте. Был хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул иттек – теләктәр ҡабул булһын. Йәнде һәм тәнде таҙартҡас, ата-әсә бурысын үтәгәс, журналыбыҙҙы тыныс күңел менән көлә-көлә уҡыйһың инде ул. Һеҙ ҙә икенсе ярты йыллыҡҡа баҫмаға яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: