+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
7 Май 2023, 16:00

Колбаса бүләк ит

Минең ирем шундай ҡоро, туң кеше. Романтика тураһында һөйләп торорға ла түгел. Автобус менән барып етеп булғанда бер ваҡытта ла такси саҡырмай. Өйҙә аҙыҡ булғанда кафеға инмәй. Байрамдарҙа сәскә урынына колбаса ала. Ял көндәренә – бешерелгәнен, тантаналыраҡ булғанда – ыҫланғанын. Минең кәйефте күтәрергә теләһә, шул колбасаларҙы ҡырҡып, икмәк киҫәгенә лә теҙеп ҡуя ала. Тик шунан артыҡҡа фантазияһы етмәй.

Колбаса бүләк ит
Колбаса бүләк ит

Һәм бына шул кеше бер мәл көршәккә һуған башы тығып, тәҙрә төбөнә ҡуйҙы. Ҡыш уртаһында бындай нескәлек менән шөғөлләнеп йөрөүенә хайран булһам да, өндәшмәнем. Ипләп кенә ҡыяҡ һуҙҙы хәҙер был һуған. Йәшел генә үҫенте ебәрҙе. Ирем уны тәрбиәләп, һыу ҡойоп ҡуйған була. Мин дә күҙәтәм ситтән. Ә һуған, яҡтыға ынтылып, ай үҫәһен көн үҫә. Бына был бер ваҡыт бармаҡ буйы булып һуҙылды, йәнәшәһендә тағы бер ҡыяғы баш алды. Өйгә яҙ килгәндәй тойолдо бит был күренештән, хатта ки, үҫентегә ҡарап аппетит асылды. Һуғанды өҙөп ашағы килде. Был теләк көндән-көн үҫеп, ауыҙ һыуҙарын ағыҙып... ҡыҫҡаһы, өҙҙө лә ашаным тегене. Ауыҙҙа әскелтем тәме генә тороп ҡалды. Нисектер, аҙыраҡ етлекмәгәнерәк, йәшел һуған кимәленә барып етмәгәнерәк тә һымаҡ булды. Асыҡ һауала, ҡояш аҫтында үҫмәгән бит инде, тип аҡланым да был йәшелсәне – оноттом.
Кискә ирем, бер мәл, яр һалды:
– Ҡайҙа булған сәскә һабағы?
– Ниндәй сәскә һабағы? – тип ҡаршы һорау бирҙем мин.
– Ошо! – Баяғы, һуған көршәгенә төртөп күрһәтеп тора.
– Ашаным... һуған ине бит...
– Ниндәй һуған? Һин нимә? Сәскәнең үҫентеһен ашаныңмы? Нисек... йөрәгең етте?
Телһеҙ ҡалдым хәҙер. Нисек сәскә? Ниңә әйтмәгән? Ни өсөн сәскә ултыртҡан? Ул?..
Ирем туҙына ғына:
– Һиңә үҙ ҡулдарым менән сәскә үҫтереп бирәйем тип, ат хаҡына ошо һуғанбаш алып ҡайтҡайным. Ә һин нимә эшләнең? Ашаның! Кәзә һымаҡ. Шуның менән мине романтик түгелһең, тиһең. Мин бит һиңә белмәйенсә колбаса бүләк итмәйем. Үҙ ҡатынымдың асылын аңламайыммы инде?
– Ярай, – тинем, килешеп, – булһын әйҙә колбаса.
Ысынлап та, шулайҙыр шул... Сәскә бирә торған ҡатындар кеүек үк, колбаса бирә торғандары ла булалыр. Бына, минең һымаҡ...

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: