+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
7 Май 2023, 17:25

Әртис

Мине бәләкәйҙән әртис тип йөрөттөләр. Берәйһен тыңлап торам да, ул булып ҡыланып һөйләйем. Малайҙар тәгәрәшеп ятып көлә, мин үсекләгәне генә турһайған була, бер ҙә килештермәйһең, йәнәһе. Өлкәндәр алдында артыҡ һөнәрҙе күрһәтмәйем, баш ике түгел, үҙҙәре күрмәгәндә генә ҡыланам.

Әртис
Әртис

Йылдар үтте, ә мине һаман әртис тиҙәр. Хәҙер инде пародия өсөн түгел, ә мәҙәниәт өлкәһендә тир түккән өсөн. Хәйер, мин башҡарған хеҙмәттең бик әҙ өлөшө генә ошо өлкәгә ҡағыла. Һөнәрҙәрем етмештән кәм түгел, һис арттырмайым. Иртән торғас та башлана мәшәҡәттәр. Ҡыш булһа клуб тирәһен ҡарҙан, йылы ваҡытта сүп-сарҙан таҙартам. Йыш ҡына етәксем шылтыратып юл буйҙарын ҡарап сығырға ҡуша. Тәбиғәтебеҙ матур, ял итергә урындар күп, шуға ла эреле-ваҡлы түрәләр беҙҙең яҡтан һис ҡайтышмай. Юлдағы сүп-сарҙы, тәртипһеҙлекте күреп, кәйефтәре һис тә ҡырылырға тейеш түгел, улар бит көнө-төнө халыҡҡа изгелек ҡылыу юлдарын эҙләп баш вата. Быныһын ғына аңлайбыҙ. Әгәр ҡунаҡтар ауылға һуғылһа, йә берәй сара үткәрелһә, эш арта. Ул сағында бер аҙна самаһы ҡыш ҡулдан көрәк, йәй һепертке, сүкеш, балта төшмәй. Сөнки ауылда хәҙер буш торған өйҙәр күп, ихата алдындағы кесерткәнде сабыу менән эш бөтмәй, ауған ҡоймаларҙы рәтләргә тура килә. Һуңынан буяп та сығаһың әле.
Етәксебеҙ һәр башҡарған эште төшөрөп, үҙенә ебәрергә ҡуша. Шулай итеп, уның арҡаһында, хәтәр шәп телефонлы булдым. Әллә ни ҡыйбат та түгел үҙе – теүәл бер айлыҡ эш хаҡы китте. Хәҙер инде клубтың иҫкереүҙең сигенә еткән электр сымдарын, түбәһендәге ватылған шиферҙарын алыштырһам да, аҙна һайын барған акцияларға ҡушылып ағас үҫентеләре ултыртһам да, фотоға йәки видеоға төшөрөп, түрәмә ебәрә һалам. Шул тиклем оҫтарҙым әй, хет район гәзитенә фотохәбәрсе булып эшкә кер! Юҡ, юҡ, һөнәрем оҡшай минең, бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым. Бына бөгөн кискә халыҡҡа спектакль күрһәтәбеҙ әле, мин унда батша булып уйнайым.
Һеҙ бер көндә урам һепереүсенән батшаға тиклем юл үткән тағы берәй кешене беләһегеҙме? Уның араһында – электрик, фотограф, журналист, балта оҫтаһы, штукатур-маляр, лесник, сантехник...
Бер көн шулай ҡойма буяп йөрөгәндә эргәгә автобус ҙурлыҡ хәтәр машина килеп туҡтағайны. Малай саҡта минән иң ҙур “өлөш” эләккән класташым икән. Үҙгәргән, арҡырыға ла, буйға ла бер сама булып киткән.
– Ҡойма буяйһыңмы әллә? – ти, был, мыҫҡыллы ғына йылмайып.
– Сөгөлдөр утайым, күрмәйһеңме ни! – тим тегенең тауышына оҡшатып.
Юморҙы аңлай икән, рәхәтләнеп көлөштөк. Себер тарафтарында йөрөй, эш хаҡы минекенән ун тапҡырға күберәк булып сыҡты. Уның ҡарауы, минең һөнәрҙәрем күп. Әлдә әртис булғанмын!

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: