+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
7 Май 2023, 11:45

Әсәй, ыҙалама!

Биш бала тәрбиәләп үҫтергән, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан әсәһен Ғилмиә йәлләп ҡуя. Йәше күптән алтмыштан уҙһа ла, тик ултыра белмәй. Һаман йүгерә, һаман ҡабалана, һаман донъя артынан ҡыуа. Нимә менән көн үткәрҙең, тип һораһа: – Әллә нимә менән булғанмындыр, таң ата ла кис була, – тип кенә яуап бирә.

Әсәй, ыҙалама!
Әсәй, ыҙалама!

Йылдан-йыл өлкәнәйә барған ата-әсәһе ҡартайған көнөндә рәхәт йәшәһен тип, биш бер туған ныҡ ҡына тырышты: өйгә газ үткәрҙеләр, һыу индерҙеләр, башҡа уңайлыҡтар булдырҙылар. Ғилмиә был юлы әсәһенә кер йыуыу машинаһы алып бирҙе. Биш баланың, үҙенең, иренең керен көн аша йыуып, йәш сағынан ярылып, һырланып бөткән ҡулдары йәл.
– Әсәй, башҡа кер йыуып ыҙалап ултырма. Һалаһың да, өйрөлтәһең, – тип машинканың ниндәй төймәләренә баҫырға икәнлеген өйрәтеп, ҡайтып китте. Әсәһе ҡыуанып бөтә алманы. Ундай яңылыҡ тиҙ генә ауыл буйлап таралды ла, күрше-күлән йыйылып китте. “Килен”еңде күрһәт”, – тип кис буйы өйөнән кеше өҙөлмәне...
Тик ҡайһы арала яңылышлык киткәндер, Ғилмиә икенсе айҙа килгәнендә, әсәһе уны бер өйөм ҡорған-түлдәр менән көтә ине:
– Һин килгәндә, әйҙә, ҡыҙым, ошоно йыуып алайыҡ, – тине әсәһе.
– Аһ, нимәгә машинкала өйрөлтөп алмайһың?!
– Кит! Бының сама керҙе уға һалып, боҙоп ҡуйһаҡ, шунан? Йәлләйем уны, былай ҙа, кисә генә эшләттем, – тип ҡарап тормаһынмы!
Ғилмиә, әсәһенең ҡаршылашыуына ҡарамай, ҡорғандарҙы машинкала йыуып бирҙе. Шунан ғына икенсе бүләген сығарҙы.
– Әсәй, быныһы робот-саң һурғыс. Саңыңды үҙе һура, үҙе таҙалай. Үҙең туңҡаңлап йөрөмә башҡа. Былай ҙа билең ауырта, – тип наказ бирҙе.
– Мөйөштәрҙәге саңды алып бөтмәй, үҙем һепереп сығам, – тип бер зарланды әсәһе ҡыҙына шылтыратҡанында.
– Исмаһам, балаҫыңда йөрөт. Роботты йәлләп ултырма! Техника бит! – тине Ғилмиә ҡаты итеп.
– Ярай-ярай, былай ҙа, – тигән яуап ишеткәс тә, тынысланманы.
– Шулай тигән булаһың да ул, әсәй… Теге юлы электр сепаратор алып бирҙек. Эргәһендә тик торғансы тип, һаман элеккеһе менән ҡулдан һөт айыртаһың. Ә электр ит үткәргес? Ҡиммәтле, боҙола бит тип, һаман атай иҫкеһен әйләндерә. Үҙегеҙҙе йәлләй белмәйһегеҙ!
– Роботты тотонам бит, Ғилмиә. Улай үпкәләмә, ҡыҙым. Ул техниканы башҡа йәлләмәйем, ысын әйтәм, – тип йыуатты әсәһе.
Әммә өсөнсө килеүенә Ғилмиә ни күрһен! Әсәһенең өйөндә бер түгел, ике робот-саң һурғыс ултыра.
– Бер үҙенә күңелһеҙ бит, – тип аңлатты әсәһе. – Артымдан бесәй балаһылай эйәреп тик йөрөй, шуға иптәш алдым әле. Балаҫты ла икәү иттем, береһе үсегә һымаҡ. Йөрөһөндәр әйҙә, шунда. Иҙәнде ни үҙем дә тиҙ генә йыуып сыға алам әле, Аллаға шөкөр…
Ғилмиә һүҙ тапманы. Һауыт-һаба йыуғыс машина бүләк итмәй торорға булды. Бына бит донъя: берәүҙәрҙе эшкә, икенселәрҙе эшләмәҫкә өйрәтеп булмай…

Айгөл СӘЛИХОВА.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: