+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
8 Май 2023, 17:00

Шал

Ғүмәр поездан Ҡыуандыҡ станцияһына килеп төштө. Был яҡҡа тәүгә килеүе. Ваҡыт уҙғарырға теләп, эргәһендәге баҙарға ҡарай ыңғайланы. Ҡатындар май-ҡаймаҡ, дебет шәл, ойоҡбаш һата, үҙҙәре бәйләп тә ултыра. Кеше күп. Кем инә, кем сыға. Уны бер ир туҡтатты:– Шал* алаһыңмы? – тине ул, – арзанға ғына һатам.

Шал
Шал

“Ҡыҙым менән кейәүем өй төҙөй, уларға шал мишәйт итмәҫ. Етмәһә, осһоҙ ғына, ти, бит. Эсте тишмәҫ бер банка буяу”– тип уйланы Ғүмәр.
– Ярай, ҡыйбат булмағас, алһам, алайым. Нисә һумға?
– Сәпсим арзанға, ағай. Ике мең һум ғына.
– Ике меңгә нисәү килә?
– Берәү.
– Ай-һай! Берәүһе генә ике меңме? Алтын ҡушылғанмы әллә шалыңа? Ҡайҙа һуң?
– Ҡуйынымда.
– Ҡуйыныңда? – Эстән генә тағы аптыраны Ғүмәр. Һәм был шикле әҙәм яғынан тайыу яғын ҡараны.
– Ағай! Ағай! Ҡайҙа киттең? Алам тигәйнең. Шалды ҡараманың да. Туҡта!.. – тип тороп ҡалды тегеһе.
Күп тә үтмәне, тағы берәү туҡтатты.
– Алаһыңмы?
– Шалмы?
– Эйе. Спекулянтһыңмы әллә?
– Түгел.
– Яңы берәү тәҡдим иткәйне. Ике мең һуммы?
– Юҡ, берәүһе ике мең ярым. Өс штук. Һайлап алаһың.
– Һинең дә ҡуйыныңдамы әллә?
– Бына, сумкала.
Ғүмәр сумкаға ҡараны. Сумка ҡарап тороуға буп-буш ине. “Был сумкаға ҡайҙан өс банка шал һыйһын инде”, – тип хайран ҡалды. – Былар мине тере көйө һыпырырға уйлайҙар бит. Күҙ бәйләйҙәр. Торғандары жуликтар”. Бынан да тиҙ генә табанын ялтыратты.
Баҙарҙан тирләп-бешеп, йәне көйөп килеп сыҡты. Көн эҫегәйне. Ҡояш ҡыҙҙыра. Һыуһатты. Ярай сталауай эргәлә генә икән. Шунда йүнәлде. Ҡараһа, кешеләр “окрошка” тигән ашты ҡырылып ала. Ғүмәр өсөн яңы төр ризыҡ. Һыуһағас, биш стакан сәй, окрошка тигән ашты алды. Тәмләп ҡараһа... “Кисәге аш булһа кәрәк. Йылытырға онотҡандар,”– тип уйланы ул.
– Шеф-повар, почему суп холодный?– тип ҡысҡырҙы, ашты бер яҡҡа ҡуйғас. Берәү ҙә яуап бирмәне. Ярай сәйҙе күп алған, һыуһыны ҡанғансы эсте.
“Дә-ә, бында, ысынлап та, жуликтар йәшәй булһа кәрәк. Аш ашайым тиһәң, ашы аш түгел. Буяу һатам тип, күҙ бәйләп, аҡсаны һыпырырға уйҙары,”– тип, автобус станцияһына ҡарай ҡуҙғалды.

Сәлих ВАҺАПОВ.

Автор:
Читайте нас: