+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
9 Май 2023, 12:00

Һөңгө менән итеген тишкән

Башҡорт әҙәбиәтенең билдәле прозаигы Сабир Шәриповтың 75 йәшлек юбилейын билдәләнек. Ҡәләмдәштәренең дә, уҡыусыларының да күңелендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырған ағайыбыҙҙың шаян холоҡло, йор һүҙле кеше булыуын барыһы ла белә ине. Уның хаҡындағы күңелле иҫтәлектәр менән остазыбыҙҙың хәләл ефете, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова бүлеште.

Һөңгө менән итеген тишкән
Һөңгө менән итеген тишкән

Зәйтүнә апай, Сабир ағай йәшлегендә спортсы булған икән дә. Ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнде?

– Ағайығыҙ Белорет педагогия училищеһында уҡығанда гер күтәреү һәм һөңгө ташлау менән мауыҡты. Мауыҡты ғына түгел, ә бик мәргән һәм көслө ине ул был спорт төрҙәрендә. Бер хатта оҫталығын күрһәтәм тип, мине ҡуйып ҡуйҙы ла, эргәңә генә ҡаҙалтам тип һөңгө ташланы. Һөңгөһө осоп килеп ап-аҡ яңы итегемдең осонан ғына мине ергә ҡаҙаҡланы. Ҡоралын саҡ тартып сығарҙы, ә итек йыртыҡ ине инде. Мин шунда үҙемде уйлаған юҡ, итек өсөн тетмәһен тетәм тегенең. “Ярай инде, бынан да матурырағын бүләк итермен” тип ҡотолдо. Шул вәғәҙәһен илле йылдарҙан һуң ғына үтәй алғайны... әле лә ҡомартҡыһы итеп кейәм.

Сабир Шәрипов, белеүебеҙсә, институтҡа башҡорт филологияһына тип килмәгән?

– Килмәгән шул, ул сит телдәрҙе өйрәнеү факультетына тәғәйенләнгән булған. Әммә күктәге үҙенсә хәл иткән, күрһең. Иртәгә имтихан тигән төнөндә был фатирҙа торған ғаилә ғауғалашып, квартирантҡа ҡала ситендәге дуҫтарына сығып китергә тура килгән дә, иртәнсәк имтихандарына һуңлаған. “Ах та ух” йүгереп килеп етеп, экзамен башланырға торған бер аудиторияға ингән дә ултырған. Тегендә диктант яҙҙыралар икән. Ағайығыҙ ихласлап яҙып, тапшырып сыҡҡан. Тиҙҙән бының “бишле” ҡуйылған ҡағыҙын тотоп, телсе уҡытыусылар эҙләп килеп тапҡан һәм өгөтләп филологияға ултыртып ҡуйған. Яҙыусылыҡтың башланғысы булған был.

– Тағы ла ниндәй иҫтәлекле мәлдәрен һөйләр инегеҙ?

– Бер ҡыҙыҡ хәл мәңге хәтеремдә. Беренсе баланы көтәбеҙ. Сабир командировкаға сығырға торғанда мин ауырыҡһынып киттем. Теге сығырға йөрөй ҙә, әйтә: “Мин ҡайтҡансы түҙеп тор инде, һин нимә?” Һуң шундай хәлде түҙҙереп тороп була тиме икән? Ул китте лә, мин ҡыҙыбыҙҙы таптым да. Был бер-нисә көндән роддомға килгән дә, аҫтан өҫкә ҡарап шатлығынан яр һалып ҡысҡыра: “Зәйтүнә! Бына яңы китап сыҡты!” – ти. Ҡулындағы китабын күтәреп күрһәтә. Мин тегенең китабын күрәм тип ынтылам. Баланы бөтөнләй онотҡанбыҙ... Бәхетле, иҫәр, йәш, хыялый матур саҡтар булған бит.


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас: