+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
19 Май 2023, 10:00

ҺӘНӘК күҙлегенән

Донъяла Ғалим Анатолий Клесовтың фекеренсә, Рәсәй менән Ҡытай халыҡтары генетик йәһәттән бер-береһенә ныҡ оҡшаштар, гүйә, бер туғандар. Ә бына башҡа милләттәр, мәҫәлән, Европа илдәрендә йәшәүселәр менән бер ниндәй уртаҡлыҡ та юҡ икән.

ҺӘНӘК күҙлегенән
ҺӘНӘК күҙлегенән

Әллә инде, шулай ныҡ оҡшағанбыҙмы икән? Тәк, ҡытайҙар нәмә ашай әле? Ҡояшҡа арҡаһын күрһәтеп йөрөгән һәр нәмә ашарға яраҡлы, тиҙәр улар. Гөбөргәйелдән йәки селәүсендәрҙән аш, ҡыҙҙырылған тәлмәрйен йәки йылан ите, үрмәкселәр һәм башҡа бөжәктәр... Ҡыҫҡаһы, ҡытай кешеһе өҫтәл менән ултырғыстан башҡа һәр дүрт аяҡлыны, самолеттан башҡа осоусы һәр нәмәне тотоп ашарға әҙер. Кем нисектер, әммә “Һәнәк” ғалимдың иҫ киткес күренгән асышына шик менән ҡарай, бында фәнни дөрөҫлөктән дан көҫәү, ҙур түрәләргә ярарға тырышыу күберәк, буғай.

Рәсәйҙә

Премьер-министр Михаил Мишустин минималь эш хаҡының киләһе йылдың ғинуарынан 18 процентҡа артасағы хаҡында белдерҙе. Был яңылыҡҡа ҡыуанырғамы, әллә юҡмы? Хөкүмәтебеҙ һәйбәт, тик уға лайыҡ халыҡ ҡына юҡ. Нәмә генә вәғәҙә итмәйҙәр, ә беҙгә һаман әҙ. Пенсия ла артыр инде улай булғас бер... 150 һумға.
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Байлыҡ ҡоло булмағыҙ! Бәхет аҡсала түгел! Эш хаҡын көтөп, бер тинһеҙ ултырған саҡта йыуаныр өсөн йәнә ниндәй мәҡәлдәр бар әле?

Башҡортостанда

Республикала 26-28 майҙа “Китап байрамы” йәрминкәһе ойошторола. Унда туҡһанлап нәшриәт ҡатнашырға теләк белдергән дә инде. Танылған яҙыусылар менән осрашыуҙар, төрлө конкурстар, матур саралар көтә өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын.
Китапты йылына бер үтәсәк йәрминкәлә генә түгел, көн һайын уҡыйыҡ, дуҫтар! Әйткәндәй, икенсе ярты йыллыҡҡа “Һәнәк”кә һәм башҡа яратҡан баҫмаларығыҙға яҙылырға онотманығыҙмы?
“Һәнәк” алдырам гелән
Күңелле уның менән!

 

Автор:
Читайте нас: