+1 °С
Ясна
Яңы "Һәнәк"!
31 Май 2023, 11:00

- Сатира көсөн алты йәштә тойҙом

(Леонид СОКОЛОВ менән әңгәмә). Сатира һәм юмор өлкәһендә иң емешле һәм уңышлы эшләүсе яҙыусыларҙың береһе ул. Етмешенсе яҙын ҡаршыларға йыйынһа ла, егеттәрсә йылдамлыҡ һәм дәрт менән ижад иткән яҙыусыны “Һәнәк” менән тиҫтәләрсә йылдар дауам иткән ихлас дуҫлыҡ бәйләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
- Сатира көсөн алты йәштә тойҙом- Сатира көсөн алты йәштә тойҙом
- Сатира көсөн алты йәштә тойҙом

– Леонид Алексеевич, сатира һәм юмор тап һеҙҙең жанр икәнлеген ҡасан төшөндөгөҙ?
– Миңә алты-ете йәштәр булғандыр, Себер тарафтарынан ике туған ағайым ҡунаҡҡа килде. Бер-ике йәшкә өлкәнерәк ине, мине ҡыйырһыта ғына бит әй. Түҙмәнем, тегеңә карикатура эшләнем. Ағайым илап ебәрҙе, йыртып ташла, һиңә башҡаса бәйләнмәйем, тине. Сәнғәттең йоҙроҡтан көслөрәк икәнлеген шунда тойҙом. Минән рәссам сыҡманы, ә бына инша, шиғыр яҙырға яраттым. Башланғыс синыфта тәбиғәт хаҡындағы иншама уҡытыусы һимеҙ “икеле” сәпәне, күсергәнһең, тине. Атайым летчик ине, ул да сатирик шиғырҙар яҙғыланы, һуңынан заводта эшләгәндә стена гәзите сығара торғайны. Мин дә, бер яҙа башлағас, туҡтай алманым.

– Һеҙгә сатира яҡыныраҡмы, юмормы?
– Сатираны уҫал, тешләргә уҡталған эт менән сағыштырһаҡ, юмор – һинең күҙеңә генә ҡарап торған тоғро дуҫың ул. Юморһыҙ тормош ҡыҙыҡ булмай, донъяны ҡара төҫтәрҙә генә күргән кеше бәхетле була алмай. Бер дуҫым былай ти: ҡатыным юҡ ҡына нәмәгә лә ҡайғыра, ә мин юҡ ҡына хәлгә лә ҡыуанам да йөрөйөм!

– Әҫәрҙәрегеҙ өсөн сюжеттарҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
– Әүәл уларҙы эҙләй торғайным, ә хәҙер башымда бер юлы әллә күпме хикәйә сюжеты йөрөй, тегеләрҙе “сиратҡа” ҡуйып, яйлап яҙам. Көн һайын өҫтәл артына ултырырға тырышам. Спортсылар даими рәүештә шөғөлләнә бит, күнекмәләр эшләүҙән саҡ ҡына туҡтаныңмы, күрһәткестәр түбән тәгәрәй. Яҙыусы ла яҙа-яҙа оҫтара. Ижадһыҙ донъяның ҡыҙығы бик самалы.
Яңы әйберҙәреңде көтөп алыусылар булыуы, ижадыңа юғары баһа ишетеү илһам бирә. Бер көн һанап ултырҙым әле: “Литературная газета” әйберҙәремде 85 һанда баҫып сығарған. Ғөмүмән, илдә сыҡҡан барлыҡ “шаян” баҫмалар менән хеҙмәттәшлек итергә тырышам. Дөрөҫ, улар хәҙер гонорар түләүҙе артыҡ мәшәҡәт тип иҫәпләй, тик был хәл генә ижадҡа кәртә була алмай. Уйлап сығарған афоризмдар һаны меңдән ашты. Сатира һәм юмор әҫәрҙәре тупланған ун китабым донъя күрҙе. Ижади ҡыуаныстар булғылап тора. Ун хикәйәмде Әзербайжанда сыҡҡан журналға тәржемә итеп сығарғандар, халыҡ-ара конкурста балалар өсөн пьесамды еңеүсе иткәндәр. Әйткәндәй, башҡорт теленә тәржемә итеп “Һәнәк”тә, “Ағиҙел”дә донъя күргән юмористик хикәйәләрем миңә айырыуса ҙур ҡыуаныс бирә.

– Әҫәрҙәрегеҙ кешеләргә яҡшы кәйеф, рухи аҙыҡ өләшә. Үҙегеҙ кемдәрҙе уҡыйһығыҙ, ҡайҙан илһам алаһығыҙ?
– Гоголь, Чехов, Аверченко, Гашек, Зощенко кеүек классиктарҙы, Задорновты яратам. Илһам, тигәндән... Үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында “Крокодил” журналы һигеҙ миллион тираж менән сыға ине. Мәскәүгә бер барғанымда редакцияға инеп, өс-дүрт хикәйәмде ҡалдырып сыҡҡайным. Күп тә үтмәй, “Кумир” исемле хикәйәмде журналда баҫып сығарҙылар. Шул тиклем ныҡ ҡыуандым, бәхеттең нәмә икәнлеген тап шул саҡта тойҙом! Ошондай мәлдәр ижадҡа этәргес була инде.

Марат ӘМИНЕВ әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас