+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
3 Июнь 2023, 17:25

Ашығыҙ тәмле булһын!

Кәлимулла кесе йәштән кешегә бик итәғәтле булды. “Ашығыҙ тәмле булһын! Хәйерле юл! Тәмле төштәр күрегеҙ! Бәхетле йәшәгеҙ!” тигән сөсө һүҙҙәрҙе сит кешеләргә һис кенә лә йәлләмәне. Бәлки ҡарт өләсәһе өйрәткәндер? Шулайҙыр инде, әммә халыҡ уны психолог, йә булмаһа официант булыр, тип күрәҙәләп тә ҡуйғайны. Әммә үҫә килә Кәлим-малай кеше организмы менән ҡыҙыҡһына башланы. Тәндең ниндәй өлөшөндә күпме, ниндәй шыйыҡса һәм матдә бар икәнен кешегә теүәл һөйләп бирә ала ине бер заман. Уның киләсәктә, һис шикһеҙ, доктор, йә биолог булырына хәҙер барыһының да иманы камил ине.

Ашығыҙ тәмле булһын!
Ашығыҙ тәмле булһын!

Үҫмерлек осоронда тамам боҙолдо ла ҡуйҙы шул егетебеҙ. Хәҙер ул байтаҡ йылдар туплаған белемен һәм тәрбиәһен үҙенә ләззәт алыу өсөн ҡуллана башланы. Ярар ҙа былай ғына рәхәтлек алһа, ул бит башҡа кешенең ғазапланыуында таба ине бит бар ҡыҙыҡты. Мәктәп йә колхоз ашханаһы булһынмы, инде халыҡ ултырышып бөтөп, ҡулдарына ҡалаҡ тотоуы ғына була, башлай Кәлимулла;
– Аштарығыҙ тәмле булһын, йәмәғәт! Мәйтәм, бындай тәмле һурпа янында берәй ярты стакан эрен булһа, эйе бит. Кисә шулай оло бер ҡалаҡ маңҡа...
Китә шунан шау-шыу. Берәү туҫтағын тотоп бынан ситкәрәк һыпырта, бәғзеләре бөтөнләй ашамай сығып китә, ҡайһылары шунда уҡ ҡоҫорға тотона. Кәлимуллаға ҡыҙыҡ. Әлбиттә, кемгәлер уның һүҙҙәре бөтөнләй тәъҫир итмәй тиһәң дә була. Улар ҙа ни Кәлимгә ҡушылып көлгән була инде, был тамашаға бот сабып.
Ошолай йәшлеге үтте лә китте уның донъяға ҡыуанып. Хәҙер Кәлимуллаға кеше ерәндереү өсөн артыҡ һүҙ ҙә кәрәкмәй ине. “Ашығыҙ тәмле булһын!” тип әйтеү генә етә, меҫкен ауылдаштары ҡарылып-ҡарылып ҡоҫорға ла тотона ине. Аҙаҡ бер аҙ олоғая башлағас, йәш саҡтағы үҙенең шуҡлыҡтарына үкенде үкенеүен. Ҡыҙҙар ҡыҙыҡһындыра башлау менән шундуҡ ташланы ул насар ғәҙәтен. Әммә халыҡ хәтеренән ҡайҙа инде улай тиҙ генә юғалыу. Хәйер, Кәлимулла әрменән ҡайтҡас ауылда күп торманы, райүҙәккә сығып китте.
Ауылға ул утыҙ йыл ситтә йәшәгәс кенә ҡайтып төштө. Заводта ҡайнар цехта ҡорос ҡойоп пенсияға сыҡҡан да, бөтөнләйгә ҡайтҡан икән Кәлимуллабыҙ. Дауаханала лаборант та, ресторанда официант та булған икән, баҡһаң. Хәҙер бөтөнләй икенсе ине Кәлим ағағыҙ. Арыу ғына ғәрәпсә уҡырға ла өйрәнеп алған, һаҡалы ла килешеп тора үҙенә. Былай мулла булып йөрөгәне тойолоуын тойолмай шулай ҙа. Үҙе өсөн генә уҡый икән. Ни тиһәң дә, һаман да шул элекке Кәлимулла инде, бик сәхнә түрендәге мендәр өҫтөнә менәм, тип йөрөгән әҙәмдәрҙән түгел.
Бер көн күршелә йәшәгән элекке һабаҡташы быны аят ашына саҡырып килде.
– Иртәгә сәғәт бергә миндә булығыҙ мотлаҡ. Ней. Әллә аятын да үҙең уҡыйһыңмы тигәйнем, Кәлим дуҫ?
– Белмәйем! Юҡ!.. Бик оялам бит әле. Кеше алдында уҡырға ҡыйынһынам ул, өйрәнмәгәнмен. Етмәһә, элеккене иҫкә төшөрөп, Бәкер ағайың тәрилкәне башҡа ҡапламаһа ярар ҙа.
– Эй. Тапҡанһың. Сит кеше юҡ. Үҙебеҙҙекеләр генә. Ағайым хәҙер элекке Бәкер түгел ул. Ныҡ. Һин “Ашығыҙ тәмле булһын!” тип әйтеп торма шулай ҙа.
Оло өйҙөң түренә йыйылған ҡунаҡтар Кәлимулланың уҡыуын хайран ҡалып тыңлап ултырҙылар. Инде хәйер саҙаҡаһын таратып, ашҡа ғына һонолғайнылар, эргәһендә ултырған, хужаның алыҫ ауылдан килгән, уны-быны уйламаған ҡоҙаһы;
– Аштарығыҙ тәмле булһын! – тип ҡапыл һалмаһынмы.
Кемдер пырхылдап көлөп ебәрҙе, Кәлимулла ҡыҙарынып бүртенде, Бәкер, усы менән ауыҙын ҡаплап, күтәрмәгә сығып йүгерҙе.

Раушан ҒӘЛИМОВ.

Автор:
Читайте нас: